Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
14 Октябрь 2019, 11:30

АФРИКА КЕШЕҺЕ (ЮМОРЕСКА)

Был хәл байтаҡ йылдар элек булды. Тарих дәресе бара ине. Дуҫым Раян ҡолағыма шыбырҙаны:- Ятаҡҡа ҡайтҡас, мин һиңә хәтәр шәп нәмәкәй күрһәтәм! Тик берәүгә лә әйтмә! Күреп ҡалһалар – копец!

Киске тамаҡтан һуң беҙ, “инкубаторскийҙар”, йәғни интернат-мәктәп уҡыусылары, рәхәтләнеп ял итәбеҙ. Отбойға тиклем әле ике сәғәт ваҡыт бар, шуға ла гөр килеп баҫтырышабыҙ, коридор буйлап сабабыҙ, ҡыҙҙарҙы үсекләп ҡасабыҙ, тышҡа сығып уйнап киләбеҙ. Беҙ ысынлап та инкубатор себештәренә оҡшап торабыҙ шул. “Үҫәсәккә” тип бирелгән бер иш, бер төҫ, тәҡәтһеҙ мул кейем кейгәнбеҙ, баштар берҙәй таҡыр, ҡалаға сыҡҡанда ла, үҙебеҙҙә лә гел бергә йөрөйбөҙ. Беҙ бәләкәй әле, беҙгә 11-12 йәш.

Ләкин бөгөн шаярыу ҡайғыһы юҡ. Раян беҙгә хәтәр шәп “нәмәкәй” күрһәтә. Әйткәндәй, уның сере башҡаса сер түгел. Мин бер дуҫҡа ант иттереп әйткән яңылыҡты кемдер сискән. Хәҙер теге “күреп ҡалһалар шундуҡ копец” килтерергә һәләтле “нәмәкәй” тураһында беҙҙең синыфтыҡылар барыһы ла белә. Ашхананан сыҡҡас, казармаға оҡшап торған һалҡын бүлмәлә йыйылдыҡ. Бында беҙ ун һигеҙ малай ятып йөрөйбөҙ.

- Йә, күрһәт!

Раян ашыҡмай ғына карауатына йүнәлә, түшәк араһынан ниндәйҙер төргәк сығара. Сит илдә баҫылған ҡалын, бик матур биҙәлгән журнал икән. Бындайҙы күргән юҡ.

- Мына, ҡарағыҙ! Карикатура! Американецтар эшләгән!

Раян артҡы биттәге һүрәткә төртөп күрһәтә.

- Ни фига себе! – Фәрит урыҫса ҡысҡырып ебәрҙе.

Дә-ә-ә... Хәтәр шул әй! Имеш, Брежнев бер аяғын күтәргән дә (билдәле бер һүрәткә ишара, тик унда ярлы крәҫтиән төшөрөлгән) - ҡулын хәйер һорағандай һоноп, ҡысҡырып тора. Аяғында – сабата! Баҫҡан еренә “СССР” тип яҙылған:

- Ау-у-у! Кемгә совет ярҙамы кәрәк?

Йәнәһе, беҙ үҙебеҙ хәйерсе, әммә социалистик илдәрҙе һәм башҡа ярлы-йобағаны туйындырып маташабыҙ. Хөрмәтле Леонид Ильичтың өҫтөндә һәләмә, үҙе ябыҡ, үҙе ямаҡай...

Һүрәт беҙҙе тамам аптырашта ҡалдырҙы. Шул саҡ Тәмәкесе Фәрит телгә килде. “Тәмәкесе” тигәс тә, ул көн дә тартмай, ә аҙнаһына бер-ике мәртәбә бәҙрәфтә көйрәтеп ала. Шаяра, текә күренгеһе килә. Әле лә ул, хулиган һәм тәмәкесе, баҙап ҡалманы. Океан арты буржуйҙарына төбәп бик оятһыҙ һүҙ әйтте. Тегеләр яҡшыраҡ аңлаһын өсөндөр инде, урыҫсалап әйтте.

- ....! – тине. Унан барлыҡ ҡыйыулығын йыйҙы ла йәнә берҙе сәпене:

- ...!

Беҙ уға һоҡланып ҡараныҡ. Шул кәрәк империалистарға! Эләктеме?!

Ләкин был ғына аҙ ине. Американы пыран-заран туҙҙырырға, башҡаса улайтмаҫлыҡ итеп һабағын уҡытырға кәрәк ине. Мин бик аҡыллы тәҡдим индерҙем:

- Атом бомбаһы ташлар кәрәк уларға! Рас, һәм копец!

“Егеттәргә” был оҡшап ҡалды:

- Давай!

- Шулайтайыҡ! - тип һөрәнләштеләр. Ысынлап та, нимә улар менән оҙаҡ маташырға? Бомба бырғаның да, эш бөттө! Рас, һәм копец!

Беҙҙең тәҡәтһеҙ ҡабарына башлаған кикеректәрҙе Ғата тиҙ шиңдерҙе. Бармағын сикәһенә терәп борғоланы:

- Һеҙ нимә, алйап бараһығыҙмы әллә? Ә эшселәр? Ә негрҙар? Бомба ташлаһаң бит, уларға ла копец!

Ғата отличник, ул төплө малай. Өҫтәүенә староста. Кемдең тырнағы еткән, шуны тәрбиәсе апайға ошаҡлап йөрөй.

Индеецтар иҫкә төштө. Ҡарәле, уларҙы бөтөнләй хәтерҙән сығарғанмын. Нишләптер негрҙар ҙа, эшселәр ҙә йәл түгел. Бигүк йәл түгел. Ләкин бына индеецтар...улар йәл! Яңыраҡ “Апачи” тигән фильм күрһәткәйнеләр. Шунан һуң грипп киҙеүенән әле генә арынған интернат-мәктәпте яңы сир баҫты. Барлыҡ малай-шалай хәҙер индеец булып уйнай. Коридор буйлап “һыбайлылар”, йәғни бер-береһен елкәһенә ултыртҡан малайҙар сабып үтә, өҫтәгеләре әсе сәрелдәй. Сөнки индеецтар! Уларҙы уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланған башҡа ырыуҙар көтә. Америка ковбойҙары булырға һис кем теләмәй. Бына әле Ғәзим ярым сисенеп ташланы ла, швабра таяғын һөнгө итеп күтәреп бүлмә буйлап юрғалап китте.

- Мин апачи! Мин апачи! Бомба ташламай тороғоҙ, мин уларҙы үҙем туҡмап бөтәм.

- Ә мин апайға әйтәм! – Ғата, ҡушаматы Ҡата, тауыш бирә. Ул баянан бирле сбор (тантаналы пионер йыйылышы) үткәрәйек тип мыжып тора. Империалистарҙы тантаналы итеп әрләр өсөн. Ҡатаны яҡлаусы өс-дүрт малай бар, ләкин күпселек икеләнә.

Минең һөрһөгән милитаризм еҫе аңҡытып торған планымды яҡлаусылар күҙгә күренеп кәмене. Шуға ла йәнә бер аҡыллы фекер әйттем:

- Егеттәр, былай итәбеҙ! Индеецтарҙы Аляска аша Чукоткаға сығарып торабыҙ! Торабыҙ ҙа мына ошолайтып-ошолайтып, өрөлтөп-өрөлтөп-өрөлтөп елгәреп ебәрәбеҙ бомбаны! Һәм копец!

- Ә эшселәр?

- Эшселәр ней... Ярай, сыҡһындар әйҙә беҙҙең яҡҡа! Негрҙарын эйәртһендәр ҙә...

Эйе-эйе, нәҡ шулай! Быларын былай, тегеләрен тегеләй! Еңел тын алып ҡуйҙым. Булды былай булғас! Бөтөрәбеҙ! Хәҙер-хәҙер юҡ итәбеҙ Американы! Рас и копец!

Ләкин ул кисте, 1975 йылдың ғинуар аҙаҡтарында, АҠШ тигән оло дәүләттең көнө бөтмәгән булып сыҡты. Бәхеттәренә күрә, Фатима инәй килеп инде. Няня ул беҙҙең, ятаҡтың малайҙар көн иткән ҡанатында төнгө тәрбиәсе. Уҫал ғына ул. Ләкин беҙ уны бик яратабыҙ, сөнки ул ендәр тураһында күп белә.

Инәйебеҙ ғәҙәте буйынса, ишек төбөндә тыңлап торған булһа кәрәк. Һуғыш партияһы еңә башлағас, түҙмәгән имеш, ҡыҫылырға булған.

- Китсе-китсе-китсе! Бумбы ташлап ней! Һуң унда бала-саға юҡмы ней? Уларҙы нишләп уйламайһығыҙ!

Миңә асыуланып ҡараны, әйтерһең дә минең ҡулда “йәҙрә сумаҙаны”! Әйтерһең дә мин төймәгә ана баҫам, бына баҫам сиккә килеп еткәнмен! Шулай ҙа ғәйепһеҙ сабыйҙар күҙ алдына баҫҡас, оят булып китте. Аҡлана башланым:

- Ә һин, Фатима инәй, анау һүрәтте ҡара!

Инәй күҙлеген кейеп оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ла үҙ ҡарарын сығарҙы:

- Судҡа бирер кәрәк быларҙы!

Оло кешенең һүҙен йығыуы ҡыйын. Америкаға атом бомбаһын ташламай торорға булдыҡ. Минең “рас һәм копец” тип аталған хәтәр планым шулайтып селпәрәмә килде. Өсөнсө донъя һуғышын уңышлы рәүештә киҫәткәс барыбыҙға ла еңел булып ҡалды. Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайттыҡ, армияны тараттыҡ. Инәйебеҙ ҡыҙығып һораша башланы:

- Был журналды ҡайҙан алдығыҙ?

Раян теләр-теләмәҫ кенә яуапланы:

- Анау көнө Мәскәүҙә уҡыған Ғилман ағай килде бит әле, балалар менән осрашыуға...

- Шунан?

-Шул. Уның менән килгән негр онотоп ҡалдырған...

- Нишләп уҡытыусыларға бирмәнең?

- Зәкиә апайға биргәйнем, мин “Огонек” уҡымайым тейсе.

- Тиһәсе... Нишләп “Огонек” түгел тип әйтмәнең?

- Әлләсе...

- Ярай, арыу булған. Һүрәтен ҡарарға биреп тор миңә. Иртәнсәк алырһың, йәме?

- Йә...

- Хәҙер отбой! Ятығыҙ!

- Ә һин ендәр тураһында һөйләйһеңме?

- Тыныс ҡына ятһағыҙ, һөйләрмен.

- Ур-ра!!!

- Аҡырмағыҙ, ендәрҙе өркөтәһегеҙ!

Ятаҡханының подвалында көн күргән ендәр һәм беҙгә осрашыуға килгән мәҙәк кенә Африка студенты тураһында алдағы хикәйәләрҙә бәйән итербеҙ. Әлегә отбой!


Африка кешеһе


Бер көнө беҙҙең класс етәксеһен директорға саҡырҙылар. Апайыбыҙҙың йөҙөн борсолоу күләгәһе ҡапланы. Директорға юҡҡа саҡырмаҫтар, тимәк уныҡылар эш боҙған.

Йә! Әйтегеҙ тиҙ генә, кемегеҙ ни ҡыйратты? Фәрит, әпәт тәмәке тартып тотолдоңмы? Кемеһе тотто, директормы, завучмы?

--Ю-юҡ...

-Беҙ күмәкләшеп Тәмәкесе Фәритте ҡурсауға алдыҡ:

- Тотолманы, апай, тотолманы! Ул хәҙер аҡыллы, ул хәҙер подвалда тарта!

- Ҡалай шәп! Ә һеҙ нимә ҡарап торҙоғыҙ? Ә, Ғата? Һин бит староста!

- Ә беҙ ҡарауыллап торҙоҡ! Тотолмаһын тип...

- Шәпһегеҙ!

Апайыбыҙ бер аҙ тыныслана төштө. Әммә һорау алыу дауам итте:

- Илдус! Әпәт химия дәресендә колба шартлаттыңмы?

- Шартлатманым! Төтәттем генә.

- Уның өсөн генә саҡырмаҫтар! Ярай, киттем, тын ғына ултырып тороғоҙ.

Хафаланып сығып киткән апай ҡояштай балҡып ҡайтып инде. Класс етәкеләрен ҡыуаныслы хәбәр әйтер өсөн йыйғандар икән.

- Балалар! Беҙгә негр килә!

- Ур-ра!

- Ә ниндәй негр, апай, ҡап-ҡарамы!

- Ҡаралыр инде, негр булғас.

- Мин-мин-мин, апай!

- Ғәзиз, миңелдәмәй генә һора!

- Ярай. Ә ул кем?

- Әйттем бит негр тип.

- Юҡ, ул кем? Мына беҙ уҡыусылар. Ә ул кем?

- Студент.

- Ә уның апайы бармы?

- Ниндәй апайы?

- Теге, нейе, ҡатын-ҡыҙы?

- Ҡатын-ҡыҙы тимәйҙәр инде. Ҡыҙы тигән.

- Ҡыҙы?

- Ҡыҙы барҙыр инде. Ағай кеше ҡыҙһыҙ йөрөй буламы... Бисәһе юҡ тейҙәр...

- Нишләп?

- Ул бит студент. Студентҡа кеше ашатыу анһат тип беләһеңме әллә? Ищщу балдаҡ һатып әпирер кәрәк.

Тағы ла шулар билдәле булды. Негр студенты былтыр беҙҙең интернат-мәктәпте бөткән Ғилман ағайҙың курсташы икән. Мәскәүҙә ниндәйҙер уни.. уни... уни... ҡыҫҡаһы, институтта бергә уҡыйҙар. Беҙҙе яҡшы уҡығыҙ, тәрбиәселәрегеҙҙе, уҡытыусыларығыҙҙы гел тыңлап йөрөгөҙ тип өгөтләр өсөн саҡырғандар. Былтыр ҙа шулайтҡайнылар. Ә теге негр ағай эшселәр, буржуйҙар, социализм тураһында һөйләйәсәк. Сөнки ул революционер һымағыраҡ кеше тинеләр.

- Сит әҙәм килгәндә үҙегеҙҙе матур тотоғоҙ, - тинеләр беҙгә линейкала. Йүгерешмәгеҙ, әләкләшмәгеҙ, сырылдашмағыҙ. Рифҡәт, галстугың менән тағы ла бер тапҡыр морон һөртһәңме, ҡара уны... негрҙы күрмәйәсәкһең, белдеңме?

- Белдем, апай!

- Африка революционеры алдында совет пионерҙарын һәйбәт итеп күрһәтергә тейешһегеҙ!

- Шулайтып һөйләне завуч апай. Аҙаҡ өҫтәп ҡуйҙы:

- Тағы ла шуныһы, негрҙы улайтып негр тип әйтмәгеҙ. Улар яман үсегә ти ул, негр тиһәң...

- Ә кем тип әйтергә? – Уҡытыусыларҙан кемдер һаҡ ҡына һораны. Рәлиә Зәкировна икеләнеп ҡалды. Ысынлап та негрҙы негр тимәй кем тип әйтәһең?

- Ҡара тәнле... ҡара тәнле... кем тип әйтергә икән? Африка кешекәйе тимәйһең бит инде (балалар пырх итеп ҡалды). Ну, ағай тип әйтергә була.

Беҙ хәҙер ҡунаҡты Африка кешекәйе тип атай башланыҡ.

Һәр класс берешәр һорау әҙерләне. Завуч был йомошто русса һәйбәт белгән уҡыусыларға ҡушты. Әлбиттә, беҙҙә иң шыма һөйләгәне Тәмәкесе Фәрит. Ул башланғыс синыфтарҙа урыҫ мәктәбендә уҡыған. Шуға ла русса хәтәр шәп һөйләй, йәтеш кенә итеп һүгенеп тә ебәрә. Таз-тоз гармунда уйнай, оятһыҙ көләмәстәр белә, таҡмаҡ әйтә, тауыҡ булып бейей. Ҡыҫҡаһы, төрлө яҡлап үҫешкән, үҙенә тиң белмәгән сағыу шәхес. Әммә уға негр ағайҙан йырағыраҡ йөрөргә ҡуштылар. Йә тәмәке һорар, йә берәр нәмә әйтеп ысҡындырыр тигәндәрҙер.

-Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты нимәлә?

Ошо ябай ғына, әммә тәрән мәғәнәле һорауҙы Ғата (йән көйҙөрһә -Ҡата) өс көн алдан ятлай башланы. Ул бик тулҡынлана, сөнки тотош класстың абруйы уның ҡулында, дөрөҫөрәге, телендә. Отбойҙан һуң миңә килеп белешеп китте:

- Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты нимәлә?

Бына ниһәйәт тулҡынланып көткән көн тыуҙы. Буранлы февраль башы, студенттарҙың каникулда йөрөгән мәле. Тантаналы йыйыштырылаған тамашалар залына саҡырҙылар. Беҙ, бишенсе синыф уҡыусылары, алғы рәткә теҙелеп ултырҙыҡ. Бер заман коридорҙа йән фарманға сапҡан тауыштар ишетелде, ҡойондай елеп Ғәзиз күренде:

-Кешекәй килә! Кешекәй килә! Негр килә!

Завуч ике ағайҙы эйәртеп килеп инде. Береһе беҙҙең ағай, Ғилман исемле. Ул ябыҡ ҡына өтөгөрәк кеше икән. Пинжәк аҫтынан водолазка кейгән. Икенсеһе төпөш кенә африкан ағай! Затлы аҡһыл “тройка” костюмда, зәңгәрһыу галстук, ялтырап торған туфлийҙар. Ҡултыҡ аҫтында ҡалын журнал. Көр генә үҙе, ҡорһағы сыға биреп тора. Революционерға бер нисек тә тартмай. Уларҙы космонавтар һымаҡ иттереп, рәсми һәм тантаналы таныштырҙылар. Мәктәп оркестры ниңәлер туш уйнаны.

Районда ҡунаҡ булып йөрөгән студенттарҙың күрәһең йоҡоһо туймағандыр. Ваҡыт-ваҡыты менән иҫәнәп алалар. Тәүҙә завуч һөйләне, унан һүҙҙе Ғилман ағайға бирҙеләр. Негр ағай башҡортса аңламағас, теге журналын ҡараштырғылап ултырҙы.

- Мин, балалар, күпме тырышһам да, отличник була алманым. Аттестатта гел өслө! Ана ултыра Гөлсөм апай, шулай бит, Гөлсөм апай?

- Шул-лай, химиянан ырата алманың инде...

- Ана ултыра Шаһисолтан ағай! Физиканан икеле сығара яҙҙың, шулай бит, Шаһисолтан ағай?

- Шулай. Ну хулиган булдың инде үҙең былай...

- Ә бит Мәскәүҙә уҡып йөрөйөм! Әйтер һүҙем шул. Пионерҙар! Өфөлә посупать итмәгеҙ! Барыбер инә алмайһығыҙ! Тырышһаң да шул, тырышмаһаң да шул. Мәскәүгә килегеҙ, сөнки Мәскәүҙә конкурс юҡ!

Был сығыш педагогик яҡтан үтә зарарлы ине. Завуч рәхмәт әйтеп кисәге уҡыусыһын урынына ҡыуаланы.

Африка кешекәйе русса арыу ғына һупалай икән. Ул Советтар Союзында йәшәүе һәм уҡыуы өсөн сикһеҙ шат булыуын әйтте. Бында, интернат-мәктәптә, балалар менән осрашыуы оло бәхет тине. Шул мәл Ғилман ағай урынынан тауыш бирҙе:

- Ана бит, министр малайы, ә минең менән бер курста уҡып йөрөй. Бай балаһы ни ҙә, ярлы балаһы ни? Эш унда түгел! Эш беҙҙең илдә барыһының да тигеҙ булыуында!– тине. Унан тороп баҫты, завучҡа ҡарап баш эйҙе. Әйтерһең дә социаль тигеҙлекте нәҡ Рәлиә Зәкировна булдырған. Унан уйланып тора бирҙе лә, ниңәлер “рәхмәт” тине. Унан ултырҙы.

Негр ағайҙың исеме Александр икән, Көнбайыш Африкалағы фәҡир бер илдән. Юҡ, мин революционер түгел тине. Революционерҙар илде бөлдөрөп кенә ҡалмай, хатта тарҡатыуға килтереүе ихтимал тине. Был беҙҙә аптыраш уятты. Африка кешекәйе дауам итте. Атаһы ниндәйҙер министрлыҡта эшләй икән. Ләкин уларҙың ғаиләһе ярлыларҙы ярата. Ярлыларҙы яратһалар ҙа үҙҙәре байҙар, сөнки юғары белем алғандар.

Һорауҙар бирҙек. Ғата ла тороп баҫты:

- Һеҙҙең тормоштоң маҡсаты?

Был һорауҙы күрәһең һәр осрашыуҙа бирәләрҙер. Ағай усы менән ауыҙын ҡаплап иҫнәне, ялыҡҡан тауыш менән яуапланы:

- Халыҡҡа хеҙмәт итеү.

Ошо урында хатта иң кескәй пионерҙар ҙа аңланы: Африка кешекәйе халыҡҡа хеҙмәт итмәйәсәк. Ғилман ағай буржуй эйәртеп ҡайтҡан...

Бөгөнгө заман күҙлегенән сығып шуны әйтә алам. Беҙҙе синфи көрәш ҡанундарында үтә ныҡ тәрбиәләп ташлағандар, күрәһең. Ярлы әҙәм - яҡшы әҙәм, бай кеше – насар кеше...

Завуч апай тағы ла кемдең һорауы бар тигәс, Тәмәкесе Фәрит ҡул күтәрҙе. Руфина Зәкировнаның кәйефе былай ҙа төшкәйне, йөҙөндә хәҙер хәүеф сағылды. Ул бит былай ғына һорағайны, осрашыуҙы ябыр алдынан. Тәмәкесегә ышаныс юҡ, тотор ҙа ысҡындырыр берәй ярамаған һүҙ...

Фәрит нишләптер һорауын Ғилман ағайға төбәне;

- Ағай, мына уның аҡсаһы күп бит инде, ивет?

- Ну.

- Ана шул аҡсаһын ул ярлыларға таратып бирер инеме?

- Нишләп? – Ғилман ағай аңламаны.

- Һорап килһәләр?

- Кемдәр һорап килһә?

- Башҡа негрҙар. Йәки ярлы крәҫтиәндәр.

- Кит әле. Башына тай типкәнме әллә уның, бушҡа аҡса таратып ятырға?

Ғилман ағай негр дуҫына әле булған һөйләшеүҙе тәржемә итте. Тегеһе көлөмһөрәне, ипләп кенә нимәлер әйтте.Шым ғына һиһылдашып алдылар. Завуч апай баш сайҡаны, уҡытыусыларға ҡарап осрашыуҙы тамамлай башларға кәрәк тигән ым яһаны. Сөнки был һөйләшеү йәш пионерҙарҙы билдәһеҙ идеологик һаҙлыҡҡа тарта башлағайны. Кескәй генә концерт күрһәттек, шиғырҙар яңғыраны, йырлап ишеттерҙек. Африка кешекәйе менән Ғилман ағай сығып барғанда мәктәп оркестры йәнә туш уйнап ебәрҙе. Оркестр уҡыу йылы башында ғына төҙөлгәйне, шуға ла репертуарҙары әлегә бер көйҙән тора ине. Аҙаҡ мин үҙем дә шунда уйнап йөрөнөм, “альт -2” партияһында.

Тарих уҡытыусыһына һүҙ бирелде, ул осрашыуҙы матур ғына иделогик ҡабыҡҡа төрөп йомғаҡлап ҡуйырға тейеш. Башта һорау бирҙе:

- Йә, балалар, нимәләр белдегеҙ?

- Ағай, ағай, ағай! Мин әйтәйемме? –Ғата, ҡушаматы Ҡата, ҡул күтәрҙе.

- Йә әле, Сәфәрғолов!

- Уларҙа, Африкала, негрҙар, әй, ҡара кешекәйҙәр насар йәшәй. Улар гел асығып йөрөй. Ә бына беҙҙең илдә кешеләр асығып йөрөмәй.

- Сөнки...

- Сөнки беҙҙең партиябыҙ... Беҙҙең партиябыҙ, КПСС... КПСС... үҙенең нейендә...

- съезында...

- съезында, теге ней, Брежнев иптәш, ней, Леонид Ильич, асығып йөрөргә ҡушманы.

- Маладис, Сәфәрғолов. Дөрөҫ! Былай тип әйтер кәрәк уны.Сираттағы съезда илебеҙ айырым етешһеҙлектәр менән көрәшеү концепцияһын һәм илдең үҫеш стратегияһын ҡабул итте. Шулай бит, балалар!

- Шулай!

- Йә! Тағы кем әйтә?

- Мин, мин, мин, ағай!

- Нәҙербаева! Әйҙә! Һин нимәләр белдең?

- Ул негрҙың усы ғына аҡ, ә үҙе ҡап-ҡара! Тырнағы ла ап-аҡ!

- Ултыр! Алсынбаев!

- Ә Ғилман ағай насар уҡыған! Шунан Мәскәүгә уҡырға ингән! Сөнки бында уны уҡырға алмаҫтар ине, физиканан икелеһе булғас! Тырышһаң да, тырышмаһаң да Өфөлә уҡырға инеп булмай!

- Ултыр, дөрөҫ түгел!

Осрашыу шулай фекер айырымлығы менән тамамланды.

Ҡунаҡтар китте, негр ағай улырған ерҙә сит ил журналы ятып ҡалды. Онотҡан! Бәлки былай ташлап киткәндер. Раян беренсе булып журналды эләктерҙе, уҡытыусы Зәкиә апайға күрһәтте.

- Апай, апай! Мында бер журнал ятып ҡалған!

- Зәкиә апай насар күрә, әммә күҙлеген гел сисеп йөрөй. Шуға ла ул бер генә күҙ һирпте лә:

- Ҡалһа ни, ҡалһын. Ана китапханаға алып бар.

- Һеҙгә бирәм!

- Юҡ, мин был “Огонек”ты уҡығанмын.

- Был теге кешекәйҙеке!

- Апарып бир!

Раян аҫҡа ҡатҡа сапты, тик тегеләр ашханаға, байрам табынына, инеп киткәйне. Унан отбой булды, һөҙөмтәлә журнал минең дуҫтың ҡулында тороп ҡалды.

- Раян уны тиҙ генә йәшереп ҡуйҙы, сөнки бер битендә СССР-ға ҡаршы төшөрөлгән алама һүрәт урынлаштырылған икән. Сит ил журналы тыуҙырған сәйер ҙә, мәҙәк тә хәл тураһында алдағы хикәйәлә тасуир ҡылғайныҡ. Ә хәҙер йәнә бер ваҡиға, йәғни,

Тәмәкесе ен
(өсөнсө ҡисса)

Фатима инәй интернат-мәктәп уҡыусылары мөхитендә иң абруйлы кеше. Ул йоҡо корпусының малайҙар ятҡан яғында няня булып эшләй. Эше беҙҙе киске унда йоҡларға һалыу, иртәнсәк сәғәт етелә уятыу. Ҡыҫҡаһы, тәртип һаҡлау. Ваҡыты-ваҡыты менән уҫалланып ала, әммә бик тиҙ һыуына. Уны барыбыҙ ҙа яратабыҙ. Сөнки ул ендәр тураһында бик күп белә.

Былай булды. Интернатҡа килгән тәүге айҙа отбойҙан һуң, йәғни аяҡтарҙы һалҡын һыу менән йыуып, теште таҙартып, утты һүндереп ятҡас, кемдер һорай ҡалды:

- Инәй, ә ен буламы ул?

- Кит әле? Ниндәй ен булһын Совет заманында?!

Унан икеләнә төшөп әйтә ҡалды:

- Ә бәлки, барҙыр ҙа...

Унан бер аҙ уйланып ултырғас, бик ышаныслы тауыш менән өҙә һуҡты:

- Бар ул ен! Бар! Үҙем күрҙем!

Шунан белгән доғаһын уҡып алды:

- Уй, ҡурҡыныс нәмә икән ул. Эргәлә генә йөрөй тиҙәр бит уны!

Шулай итеп үҙенең генә түгел,беҙҙең дә ҡотто алды. Ул ҡурҡҡас,беҙ ҙә шөрләйбеҙ.

- Анау бер төнө...

“Анау бер төнө” ғәжәйеп сәйер хәл булған икән. Фатима инәй, икенсе-өсөнсө ҡаттарҙағы бүлмәләрҙе йөрөп сыҡҡандан һуң, беҙҙең бүлмә янындағы ултырғысҡа ултырып ойоҡ бәйләй башлаған. Унан серем итеп киткән.

- Шул сәғәт дүрттәр тирәһе булғандыр... Ишетәм, берәү килә... Тыҡ-тыҡ-тыҡ баҫып атлап килә. Эргәмдән генә үтеп китте. Үҙе,ҡороғор, күренмәй..

- Ул кем булған, инәй?

- Ен инде, ен! Кем булһын тағы?

Инәй ен күргәс беҙҙең арала ла шаһиттар табылды.Тәмәкесе Фәрит беренсе булып телгә килде:

- Инәй, мин дә күрҙем уны! Төндә нейтергә сыҡҡайным..

- Тәмәке тартырға! – Инәй ярҙамға килде.

- Эйе! Шунан подвалға төшөп барһам, бер кеше тора...Үҙе үтә күренә!

Подвал ишегенә һөйәнеп тороусы ап-аҡ күлдәкле шәүләне күҙ алдына килтереп йәнә ҡотобоҙ осто. Кемдер юрған аҫтына сумды, башын яҫтыҡ менән ҡапланы. Ғәлимйән мыш-мыш илап ебәрҙе.

- Шунан?

- Шунан...- Фәрит яй уйлай. Унан фантазияһы бик самалы. Башҡорт әҙәбиәтенән өслө, инша яҙыу буйынса гел икеле. Шуға ла һөйләй башлаған әкиәтен бик тупаҫ тамамланы:

- Шунан... Шунан мине тотоп алды...

- Ҡулыңданмы?

Раян һорай ҡалды:

- Юҡ, нейҙән... ҡолаҡтан!

- Шунан?

- ...тотоп алды ла “дай закурить!” тейсе.

- Инәй, ә ен тәмәке тартамы ул?

- Тарта! Тарталыр инде, ана бит шуны һөйләп ята.

Инде башҡалар ҙа нәфис һүҙ юҫығына төшөп китте.

Хәсән атаһы менән булған хәтәр хәлде иҫенә төшөрҙө:

- Минең атай “кәзә” мататы менән әллә ҡайҙа китеп барған. Шунан Һаҡмарға төшөп һыу инеп алайым әле тип туҡтаған. Аҫҡа төшһә,бер матур ғына апай яп-яланғас һыу инеп йөрөй ти. Атайыма ҡарап кил бында тип ҡысҡырған.

- Шунан?

- Шул. Атай ҡурҡҡан да мататына ултырып, выжт! ҡасып киткән...

Һаман мыш-мыш килеп ятҡан Ғәлимйән илап бөттө, бөттө лә үҙе менән ауылда булған хәлде бәйән ҡылды

- Мин йәй көнө, лагерҙан һуң, ололар киноһына барҙым.Шунан дөм ҡараңғы төндә ҡайтып килә инем, артымдан бер бабай баҫтыра башланы. Ап-аҡ үҙе, һаҡалы елгә елберҙәп килә.Эй ҡасам, эй ҡасам. Теге арттан етеп килә. Шунан ана Ильястарҙың картуфлығына һикереп төштөм...

Ильяс уның ауылдашы, был хәтәр ваҡиғала үҙен телгә алғас, бер ҡарыш үҫеп китте:

- Эйе, һинең ҡасып барғаныңды әсәйем күргән! Ғәлимйән ғәләмәт шәп саба икән тип ҡарап торҙом тей... Бабайҙы ла күргән, ул яйыраҡ саба ине тей.

- Шунан өйгә ҡайтып еттем! Теге тороп ҡалды. Мин мал өйөндә йоҡлап йөрөй инем, йәшеренәйем тип юрғанды күтәреп ебәрһәм, унда теге бабай ята!

- Шунан?

- Шул. Әсәй килеп инде лә тегене тәртешкә менән туҡмап-туҡмап ҡайтарып ебәрҙе.

Әкиәттең ахыры нишләптер халыҡҡа оҡшаманы. Бигерәк ябай бөтөрҙө шул уны Ғәлимйән. Бабай менән һуғышып, йәнә баҫтырышып,төрлө доғалар уҡып, мөғжизә ҡылып, ҡыҫҡаһы ,серле итеп бөтөрөргә кәрәк ине. Ә был йүнһеҙ тотто ла ҡапыл өҙҙө. Шуға ла бер тауыштан асыулы ҡысҡырып ебәрҙеләр:

- Алдай!

Тағы ла бер нисә кеше үҙе йәки туғандары менән булған хәлдәрҙе һөйләп алды.Фатима инәй өҫкө ҡаттарҙы урап, хәл белешеп килергә тип сығып китте.

Йоҡоға талғанмын. Төшөмә тәмәкесе шәүлә, йүгерәк бабай, бейек тағалы туфли кейеп тыҡ-тыҡ баҫып йөрөгән пәрей апай һәм башҡа йән эйәләре инде. Сағыу баласаҡтың тәбиғи юлдашы булған сәйер ҙә, изгелекле лә әкиәти заттар ине улар.


Читайте нас: