Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
13 Октябрь 2019, 00:00

Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөндә яҡтыртылды!

Республика көнөндә, 11 октябрҙә Ниагара шарлауығы башҡорт байрағы төҫөнә инәсәк тип алдан хәбәр иткәйнек. Был акцияға Канада башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәриҙә Сәмерхәнова нигеҙ һалған. Уның тәҡдименә шарлауыҡтың хакимиәте ризалашҡан.

11 октябрҙә урындағы ваҡыт буйынса киске сәғәт 10-да бында бик шәп күренеш булды - шарлауыҡты яҡтыртҡан уттар Башҡортостан флагы төҫөндә зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтә янды. Июллюминация беҙҙеңсә ваҡыт менән 12 октябрҙең иртәнге сәғәт 7-лә үтте.


Видеояҙманы "Бәйләнештә"ге төркөмөбөндә ҡарағыҙ.

"Инстаграм"да:

instagram.com/thebestfromrushadrakhimov3978/

"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас: