Стэрлебаш шишмэлере
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2019, 11:01
Йүнселдәр, һеҙҙе сираттағы семинар көтә!
Алдағы яҙмаларыбыҙҙа хәбәр итеүебеҙсә, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү маҡсатында йүнселдәр өсөн уҡыуҙар алып бара.
Был милли проекттың төбәк программалары буйынса, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше уңышлы хәл ителә килә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын.
Йүнселдәр өсөн ойошторолған әлеге курстарҙа тышҡы баҙарҙың беренсел анализы инструменттары, тауарҙы һәм предприятиены экспортҡа әҙерләү, валюта түләүҙәрен ойоштороу үҙенсәлектәре, был эшмәкәрлектә осрауы ихтимал ауырлыҡтар, дәүләт ярҙамы һ.б. күп мәсьәләләр тәрән өйрәнелә. Йыл аҙағына тиклем ошондай 11 семинар уҙғарыу планлаштырыла.
Сираттағыһы Өфөлә 15 октябрҙә буласаҡ. Иҫәп буйынса был бишенсе семинарҙың темаһы – “Экспорттың финанс инструменттары”.
Уҡыуҙарҙа ҡатнашыу бушлай. Бары тик
www.exportedu.ru
сайтында алдан теркәлеү генә талап ителә. Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнергә теләгәндәргә тейешле формала заявка һәм килешеү ебәреп, уларҙың төп нөхсәһен сарала күрһәтеү кәрәк.
Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: