Осрашыу ваҡытында Владимир Путин Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстанда, 1999 йылдың август-сентябрендәге хәрби бәрелештәрҙә һәм локаль һуғыштарҙа һәләк булғандар мемориалына сәскә һалды. Президент ауыл халҡы менән һөйләште һәм террорсыларға ҡаршы торған батырҙар менән аралашты, уларға рәхмәт әйтте.
Ауыл халҡы Дағстанда Президент менән ғорурланыуын белдерҙе. Путин уларға яуап итеп, ошондай матур, йомарт һәм батыр кешеләр барында Рәсәйҙә ниндәйҙер ебек кеше дәүләт етәксеһе була алмай, тине.
Әйткәндәй, быйыл "Тура бәйләнеш"тә Ботлих ауылы халҡы Владимир Путиндан Дағстан батырҙарына хәрби хәрәкәттәр ветераны хоҡуғы биреүен һораны һәм ҡунаҡҡа саҡырҙы. Августа тейешле законға ҡул ҡуйылды.
Алексей Никольский /РИА Новости