Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2019, 13:47

"Уҫал" булһа ла...

Һалҡын көҙ етте. Арабыҙҙа һалҡын алдырып ауырығандар күбәйҙе.

Беҙ бындай осраҡта башлыса дарыуханаға йүгерәбеҙ. Тәбиғәттә үҫкән шифалы емештәр менән дауаланырға мөмкин булыуын да онотмаһаҡ ине.


Мәҫәлән, һалҡын тейгәндә баландан яһалған сәй файҙалы. Бының өсөн уны бер аш ҡалағы итеп алып, өҫтөнә бер стакан ҡайнаған һыу һәм бер сәй ҡалағы һыйыр майы һалып эсеү файҙалы.


Бронхиттан яфаланғанда, йүтәл оҙаҡҡа һуҙылғанда берәр аш ҡалағы балан һәм һыйыр майын бергә ҡушып иҙәбеҙ ҙә шуға бер аш ҡалағы спирт ағыҙабыҙ. Көн дауамында берәр сәй ҡалағы эсәбеҙ. Унан һуң йылы һөт эсергә кәңәш ителә.


Бауыр ауыртҡанда иһә 50-70 грамм баланды иҙәбеҙ. 100 грамм балды "һыу мунсаһы”нда иретәбеҙ. Ҡайнар балға баланды ҡушып, биш-алты сәғәт төнәтәбеҙ. Көнөнә өс-дүрт тапҡыр, ашарға ярты сәғәт ҡалғас, берәр аш ҡалағы ҡабып ҡуйырға кәрәк.


Иң тәүҙә, әлбиттә, табип менән кәңәшләшеү мөһим.






Читайте нас: