Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2019, 13:45

"Туғыҙ көн үтмәйенсә асып ҡарама"

Өфөлә тағы бер мутлашыу осрағы теркәлгән.



78 йәшлек ҡатын таныш булмаған гүзәл затҡа ишек аса. Ул үҙен күршең тип таныштыра. Сихыр-михырҙан, күҙ тейеүҙән һ.б. уҡынып таҙарындырам, тип вәғәҙәләй.


Шулай өйҙәге барлыҡ алтын биҙәүестәрҙе һорап ала, ҡағыҙға төрә лә шкафҡа алып ҡуйырға ҡуша. Туғыҙ көн үтмәйенсә асып ҡарарға ярамай, тип иҫкәртә. Быны таҙартыу йолаһының бер алымы тип аңлата.


“Күршеһе” киткәс, пенсионер ҡатын түҙмәй, бер сәғәттән һуң асып ҡарай. Аптырарға ла түгел: алтын әйберҙәр унда булмай сыға.


Төрлө мәғлүмәт сараларынан йыш иҫкәртеп торһалар ҙа, ҡатын-ҡыҙҙың ышаныусанлығына иҫең китер.






Читайте нас: