"Әсәйем бик ҡаты ауырып, йәш килеш баҡыйлыҡҡа күсте, – тип бала саҡ хәтирәләренә бирелә Жәүит. – Беҙ өс бала етем ҡалдыҡ. Миңә ни бары биш кенә йәш ине. Атай биш ҡатын алып ҡайтып ҡараны, әммә беҙгә, шуҡ балаларға, береһе лә түҙмәне.
Ә бына алтынсы булып килгән әсәй, Аллаға шөкөр, беҙҙе үҙ балалары һымаҡ ҡараны. Бик уҫал, талапсан, әммә бер ваҡытта ла ҡысҡырманы. Өҫтөбөҙ һәр ваҡыт таҙа булды. Уҡытыусылар беҙҙе өлгө итеп ҡуя ине. Уға бер ҙә "үгәй" тип өндәшмәнек. Беҙҙе мәктәптә, техникумда уҡытты, армияға оҙатты, өйләнгәндә лә ҙур ярҙам итте.