Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2019, 13:40

Ҡайнар һыу өҫтә лә – ашың әҙер, тамағың туҡ

Магазиндарҙа бөгөн тиҙ бешеп сыға торған туҡмастарҙың ниндәйе генә юҡ: ҡайнар һыу өҫтә лә – төшкө йәки киске ашың әҙер, тамағың туҡ. Тиҙ ҙә, етмәһә, осһоҙ ҙа.





Ысынлап та, йәшерен-батырыны юҡ, күптәр был туҡмастан ауыҙ итмәй ҡалмағандыр, моғайын. Уның зыяны тураһында ҡабат-ҡабат һөйләйҙәр, ә беҙ һаман булһа ашауҙы дауам итәбеҙ.


Тикшереүгә Владимир, Мәскәү, Новосибирск, Тула өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда һәм Кореяла етештерелгән 17 сауҙа маркаһы продукцияһы алынып, уларҙың барыһында ла токсиндар, пестицидтар, шулай уҡ тоҙҙоң күп булыуы асыҡланған.


Бер генә сауҙа маркаһы ла Рәсәйҙең сифат билдәһенә дәғүә итә алмай, сөнки тикшерелгән барлыҡ продукцияның теге йәки был юғары сифат стандарттары күрһәткестәренә тура килмәүе билдәле булған.


"БигЛанч" туҡмасында бифентрин (пестицид) эҙҙәре, ә "Золотистая жатва", "Роллтон", "Моя цена" маркалары продукцияһында үҫемлектәр үҫеше регуляторҙары табылған. Һигеҙ сауҙа маркаһы аҙыҡтарында микотоксин асыҡланған. "Роскачество" белдереүенсә, улар туҡмасҡа төп сеймал – он аша ғына эләккән.


Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, етештереүселәр сифатһыҙ үҫемлек майы ҡуллана, шулай уҡ 12 сауҙа маркаһында тоҙ күп. Өҫтәүенә туҡмастарҙа соя самаһыҙ, әммә уны продукт составында күрһәтмәйҙәр. Ә бар тип әйтелгән иттең эҙе лә юҡ, тип белдергән эксперттар.






Читайте нас: