Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
12 Октябрь 2019, 13:50

Алһыу Бәхтиева трактор арбаһында йырлаған

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Алһыу Бәхтиева ижадташ дуҫтары Сәйет Билалов, Радмир Туйсин һәм Илдар Усманов менән Хәйбулла районының Юлбарыҫ ауылында бик шәп, үҙенсәлекле концерт ҡуйған.

Был тамашаның үҙенә күрә бәләкәй генә тарихы ла бар. 1989 йылда, “Каруанһарай” төркөмө ойошторолоп, райондар буйлап гастролдә йөрөгәндә, Сибайҙа бер мәлдә уҡыған Хәйбулла егете Урал Таймасов: “Их, беҙҙең ауылда ла концерт ҡуйыуығыҙҙы бик тә теләр инем, тик клубыбыҙ юҡ шул”, – ти үкенес менән. Шунан: “Ярай, киләсәктә ҙур итеп йорт һалам да, шунда һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып йырлатырмын”, – тип шаярыу ҡатыш өҫтәп ҡуя.


Һәм бына 30 йыл ваҡыт үткәс, ошо ауылдың эшлекле ир-уҙаманы Урал Хөрмәт улы, вәғәҙәһен үтәп, бөтә ауыл халҡы өсөн ҙур байрам – асыҡ һауала концерт ойоштора. Әлегәсә клуб юҡлыҡҡа ла аптырап тормайҙар: фермер Таймасов үҙенең трактор арбаларынан сәхнә эшләп, уны биҙәп, бына тигән тамаша ойоштороуға өлгәшә.


“Был концерт беҙҙең күңелдәрҙә оҙаҡ йылдарға матур иҫтәлек булып һаҡланасаҡ. Артистарға ла, үҙебеҙҙең уңған егетебеҙ Урал Хөрмәт улына ихлас рәхмәтлебеҙ”, – ти юлбарыҫтар.







Читайте нас: