“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы 10 октябрҙә тамамлана. Әле эш Октябрьский ҡалаһында, Дыуан һәм Стәрлетамаҡ райондарында тамамланған. Автопоездар тотош республиканы йөрөп сыҡты. Акция башланғандан алып 99 меңдән ашыу кеше сәләмәтлеген тикшерткән, уларҙың 557-һендә – яман шеш, 850-һендә – шәкәр диабеты, 7773-өндә ҡан баҫымының юғары булыуы ихтимал. Сирлеләрҙең барыһы ла өҫтәмә тикшереү үтеү өсөн дауаханаларға ебәрелгән.
– Акция тамамланып килә. Дөйөм алғанда, ауыл райондарында йәшәгәндәр ҡәнәғәт ҡалды. Күптәр бригадалар составында эшләгән медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте, – тине Һаулыҡ һаҡлау министрлығының шаттан тыш баш белгесе Сара Әхтәмова.
Ҡалған автопоездар раҫланған графикка ярашлы райондарҙа эшен дауам итә. Әле күсмә “Диагностика” модуле Нуриман районында халыҡтың һаулығын тикшерә. Артабан ул Нефтекама маршруты буйынса Саҡсағош районына юл аласаҡ. Кардиология модуле иһә – Хәйбулла районында, ә стоматология модуле, Балтаста эшен тамамлап, Баҡалы районына юлланасаҡ.