Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
10 Октябрь 2019, 14:50

Берәүҙәр күп ҡатынлылыҡ тәҡдим итә, икенселәр ҡурсаҡ ҡатындарға өҫтөнлөк бирә

Бына бит етте заман...Япондар ҡурсаҡ ҡатындарға өҫтөнлөк бирә башлаған.

Улар фекеренсә, ҡатын алыу ҡиммәткә төшә. Туй үткәреү, йола буйынса ҡалым һалыу – быларҙың барыһы ла кеҫәгә арыу ғына һуға. Ҡурсаҡ ҡатынды бер һатып алаһың да, ул затлы туй ҙа, ашарға ла, кейенергә лә һорамай, ирешеп, теңкәгә лә теймәй. Бар эшләгән, йыйған мөлкәтең үҙеңә генә.


Бындай ҡурсаҡтарҙы етештереүселәр иһә, эргәңдә ниндәй ҡатын булыуын теләйһең, шундайҙың күсермәһен эшләп бирәләр икән. Хатта теләк булғанда беренсе мөхәббәтеңдең фотоһын алып барып эшләтеп, ғүмерлеккә йәр итергә була...


Иң ҡыҙғанысы, бындай хәлде Японияның йәштәре лә дәррәү күтәреп алған. Ысын кәләш нимәгә ул, ҡурсаҡ менән йәшәп булғанда?!
Бындай кәләш-ҡурсаҡтарҙың хаҡы төрлөсә! Йәғни комплектацияһына ҡарап, 500–5000 долларға ҡәҙәр.
Был ғына ла түгел, илдә егет ҡурсаҡтар ҙа етештерелә башлаған!


Сит илдең тере түгел ирҙәр, ҡатындар менән йәшәүе беҙҙең илдә лә модаға әйләнмәҫ тимә. Алла һаҡлаһын!



Читайте нас в