Ултырышта эш хаҡы мәсьәләһе ҡаралды. Республикала иң бәләкәй түләүҙе кемдәр ала тиһегеҙ? Күптәр белеп торалыр: ауыл хужалығы тармағы хеҙмәткәрҙәре.
Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ревнер Бәйтуллин белдереүенсә, өлкәлә уртаса эш хаҡы 20 150 һум тәшкил итә.
"Был хатта түбән түгел, ә бөтөнләй түләнмәгән тармаҡ тип әйтһәң дә була", – тине республиканың баш дәүләт хеҙмәт инспекторы Татьяна Астрелина. Ул өлкәләге был ауыр хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар табырға тәҡдим итте.
Бындай эш хаҡының сәбәбе – түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге, тармаҡтың аҙ табышлы булыуы һәм "күләгәлә" хеҙмәт итеүселәр. Эйе, хәлде тиҙ генә үҙгәртеп булмай. Шулай ҙа инвестиция проекттарын арттырып, рәсми булмаған мәшғүллекте бөтөрөп, уны төҙәтеү мөһим тигән фекерҙә Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре. "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ" милли проекты тап шундай бурыс ҡуя.
Ленара Иванова белдереүенсә, аграр сәйәсәттең төп бурысы булып тармаҡта эш хаҡын лайыҡлы кимәлгә еткереү тора. Ул ауылда ярлылыҡты бөтөрөрлөк булырға тейеш.
Бынан тыш, ултырышта башҡа тармаҡ предприятиеларында эш хаҡы буйынса бурыстар мәсьәләһе ҡаралды. 2019 йылдың 1 сентябренә ҡарата республиканың 98 предприятиеһының 9,5 мең хеҙмәткәре алдында 623,1 миллион һум кимәлендә бурысы бар. Сентябрҙә 40 миллион һум самаһы бурыс ҡапланған.