Баланы һәр саҡ маҡтап тороу – оло хата. Бындай мөхиттә үҫкән балалар, дәртләндереү булмаһа, бер ни ҙә эшләргә теләмәй. Һәр саҡ маҡтап тороу бәйлелек тыуҙыра.
“Баламдың киләсәге ниндәй булыр, билдәһеҙ. Туйғансы иркәләнеп ҡалһын”, – ти ҡайһы берәүҙәр. Артыҡ иркәләнеп үҫкән балала, бәхетле булыу өсөн ни бары һине яратыуҙары етә, тигән ҡараш барлыҡҡа килә.
Күптәр, бала ни тиклем күберәк түңәрәк-секцияларға йөрөй, шул тиклем яҡшыраҡ, тип уйлай. Йәнәһе, насар компанияларға, ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмаясаҡ. Һөҙөмтәлә, бала “янып бөтөү” синдромына юлыға, йәки тиҙ ярһыулыҡ өйәнәктәренә дусар була.
Ҡайһы бер ата-әсәләр тәрбиә эшендә ҡәтғи дини ҡағиҙәләрҙе генә файҙалана. Әгәр ҙә бала берәй тапҡыр ата-әсәнең йәки дин әһелдәренең дини ҡағиҙәне һанламауын күрһә, был тәрбиә системаһы бер миҙгелдә үк юҡҡа сығасаҡ.
Беҙҙең ата-әсәләр балалары менән енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшергә ояла. Әлеге темаға аралашыу булмаһа, бала был хаҡта ҡыҙыҡһынмаясаҡ, тип уйламағыҙ. Үҫмерлек осорона ингәс ипләп кенә аңлата башлау зарур.
“Ата-әсәһе ҡырыҫ булған балалар, тәнҡиттән ҡурҡып, һәр саҡ камиллыҡҡа ынтыла. Ошо сәбәпле улар оло уңыштарға өлгәшә”, тигән фекер дөрөҫ түгел. Әгәр ҙә кескәй генә уңышһыҙлыҡҡа осраһа, бала үҙ-үҙен күрә алмай башлаясаҡ. Хатта үҙ-үҙенә ҡул һалыуға барып етә.
Балаға бер ҡасан да: “Был ҡылығың өсөн миңә ныҡ оят булды. Бүтән һин миңә кәрәкмәйһең”, – тип әйтергә ярамай. Шаяртып ҡына йәки уйламайынса әйткән һүҙҙәр арҡаһында һеҙҙең аралағы яҡынлыҡтың юҡҡа сығыуы бар.
Бәләкәйҙән үк бәләкәй ҡусты-һеңлеләрен ҡарарға мәжбүр булған, күберәген үҙ-үҙен хәстәрләргә дусар ителгән кеше киләсәктә үҙе атай йәки әсәй булырға теләмәй, имеш.
“Көнөң нисек үтте? Нимә оҡшаны йәки оҡшаманы?” кеүек һорауҙар бала өсөн мөһим. Шулай уҡ бәләкәйҙәргә китап уҡыу бик файҙалы. Атай-әсәй китап уҡығанда, бала үҙен тыныс тота, хыялын эшкә егә, креатив һәм логик фекерләргә өйрәнә.
Шулай уҡ бала тәрбиәләүҙә гаджеттарҙы саманан тыш ҡулланыу, гелән баланың күңелен асыу, артыҡ ныҡ хәстәрләү, ашауҙы контролдә тотмау, ҡул күтәреү кеүек күренештәр кире тәьҫир итә.
(Психолог Марк Лири китабынан).