Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 18:00

Ташламалы хаҡҡа яҙылдылар, бүләк тә алдылар

Республика гәзит-журналдарға яҙылыу ун көнлөгө дауам итә, ошо осорҙа төрлө баҫмаларға, шул иҫәптән район гәзитенә лә ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин. Ошо акциянан файҙаланыусылар тәүгеләрҙән булып иҫтәлекле бүләктәр ҙә алды. Ташламалы хаҡтар аҙна аҙағына тиклем ғәмәлдә буласаҡ.

Уҡытыусылар көнөнә бағышланған тантаналы сара алдынан, район Мәҙәниәт йорто фойеһында беҙҙең гәзит редакцияһы һәм почтамт хеҙмәткәрҙәре тарафынан яратҡан баҫмаға яҙылып, бер аҙ аҡсаңды кеҫәңдә ҡалдырыу мөмкинлеге бирелде. Ошондай тәҡдимдән Түбәнге Аллағыуат ауылынан Әлфиә Бикташева файҙаланды. Ул яратҡан «Стәрлебаш шишмәләре» район гәзите менән дуҫлығын оҙайтып ҡына ҡалманы, гәзиткә яҙылған башҡалар кеүек, бүләкле лә булды. Урында квитанция тултырып, ул:

- Мин - район гәзитен даими уҡыйым. Унда тыуған еребеҙҙең ауылдары, тырыш кешеләре, төрлө коллективтары тураһында яҙыла. Урындағы көнүҙәк проблемалар күтәрелеп, власть вәкилдәренән яуаптар алына. Ә бөгөн миңә икеләтә күңелле, мин яратҡан район гәзитенән бүләк тә алдым. Рәхмәт! - тип уртаҡлашты шатланып.

- Гәзитте ғүмер буйына ата-әсәйем алдырҙы. Мин шул һәйбәт ғаилә традицияһын дауам итәм. Район гәзитен дә, республика баҫмаларын да алдырам, - ти Мостафа ауылынан беҙҙең тағы бер яҙылыусыбыҙ Земфира Мусина.

Уларҙан тыш, был көндө район гәзитенә тағы һигеҙ кеше яҙылды.

Рәйлә ТАЙҒОНОВА.
Читайте нас: