Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 11:13

Путин менән әңгәмәләшкән режиссер ниндәй фекерҙә?

“Рәсәй Президенты менән әңгәмәләшеү – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ ул”, - тип белдергән Америка режиссеры Оливер Стоун Die Welt гәзитенә биргән интервьюһында.

“Путин менән һөйләшкәнем өсөн ысын мәғәнәһендә сикһеҙ ғорурланам. Дүрт сәғәт буйы барған әңгәмәне ҡараған кешеләр битараф ҡалманы. Мине “Путиндың марионеткаһы” тип иҫәпләүселәр ҙә бар. Шул арҡала нахаҡ яла яғыу осраҡтары ла булды”, – тине Стоун.


Уның әйтеүенсә, американдар башҡа илдәргә ҡарата “бигерәк ахмаҡтарса ҡылана, ә Рәсәйгә килгәндә, был ахмаҡлыҡ хатта үлемесле лә”. Ул Мәскәүҙе АҠШ Президентын һайлауға ҡыҫылыуҙа ғәйепләүҙе лә нахаҡ һүҙ тип билдәләне.


Әйткәндәй, Стоун Рәсәй Президенты тураһында “Путин” тигән фильм да төшөргәйне. Уның премьераһы 1917 йылдың июнендә булды. Унда 2000 йылдарҙа булған хәл-ваҡиғалар, Путиндың шул дәүерҙәге сәйәси ҡараштары һүрәтләнә.



#ВладимирПутин
Читайте нас в