Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
8 Октябрь 2019, 11:12

Ә һеҙ төшөгөҙҙә осҡанығыҙ бармы?

Беҙҙең күптәребеҙгә шундай иҫ киткес төштәр ингәне барҙыр, йоҡобоҙҙа ҡайҙалыр еңел генә итеп осоп барабыҙ, барлыҡ ерҙе ус төбөндә күрәбеҙ, хатта осҡан ваҡытыбыҙҙа ҡатмарлы трюктар ҙа яһап ҡуябыҙ.

Былай еңел генә осоу нимә менән бәйле һуң? Ысынбарлыҡта бит беҙ осоп йөрөй белмәйбеҙ.


Иң таралған фекерҙәрҙең береһе – беҙҙең астраль тәнебеҙ төшөбөҙҙә физик тәндән айырыла һәм ил гиҙергә юллана.


Оккультистар әйтеүенсә, төштә осоу – ул беҙҙең астраль тәнебеҙҙең мөмкинлеге. Ул шул хәтлек еңел һәм бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡты белмәй.


Ә заман белгестәре белдереүенсә, шулай уҡ был өлкәне тикшергән Карл Юнганың фекере тап килә. Ул иһә, кешенең төшөндә осоуы ысын тормошта ниндәйҙер ҡаршылыҡтарҙы еңеүе, унан тулыһынса азат ителеүе менән бәйле, тип белдерә.


Тыныс йоҡо! Төшөгөҙҙә мотлаҡ осоғоҙ!
Читайте нас: