Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2019, 11:08

Владимир Путин: “Беҙҙе башта уҡ алдағандар йәки алдарға маташҡандар”

“Америка Ҡушма Штаттарының Уртаса һәм ҡыҫҡа арауыҡҡа осорола торған ракеталарҙы юҡ итеү тураһындағы договорҙан (ДРСМД) сығыу сәбәбе Вашингтондың Азиялағы мәнфәғәттәренә бәйле”, - тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин “Валдай” клубының пленар ултырышында.

“Әйткәндәй, килешеүҙән сығырға теләүҙең сәбәбе шунда уҡ аңлашыла ине. Был теләк Рәсәйгә лә, йәнәһе, беҙҙең договорҙы боҙоуыбыҙға ла бәйле түгел”, – тине ул.
АҠШ был мәсьәләлә баштан уҡ ихласлыҡ күрһәтмәне, тәүҙә ул “Европала урынлаштырылған һауа оборонаһына ҡаршы йүнәлтелгән Aegis системаһы уртаса һәм ҡыҫҡа арауыҡҡа осорола торған ракеталарҙы ебәреү өсөн ҡулланыла алмай” тиһә, аҙаҡ иһә “көтмәгәндә был системаның уртаса арауыҡтағы ракеталарҙы осороу өсөн файҙаланылды” тип белдерҙе.

“Ваҡыт үткәнен бер аҙ көтһәләр ҙә була инде. Шуныһы асыҡ: беҙҙе башта уҡ алдағандар йәки алдарға маташҡандар”, – тине Путин.

Йыл башында Вашингтон, Рәсәйҙе килешеүҙе боҙоуҙа ғәйепләп, ДРСМД-нан сығыу тураһында иғлан иткәйне. Мәскәү иһә тап АҠШ-тың документ шарттарын боҙоуына ишараланы. Мартта Владимир Путин Америка Ҡушма Штаттары етешһеҙлектәрҙе төҙөтмәйенсә Мәскәү тарафынан ДРСМД-ны үтәүҙе туҡтатып тороу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. 30 майҙа ул Дәүләт Думаһына ДРСМ-ны туҡтатып тороу хаҡындағы законды тәҡдим итте.

31 июлдә Вашингтон АҠШ-тың 2 августа договорҙан сығыуы тураһында белдерҙе, тап ошо көндән Рәсәй ҙә уның ғәмәлдә булыуын туҡтатты.

#ВладимирПутин
Читайте нас: