"Автомобилдән сыҡҡан эшләпәле кеше уға оҡшаған. Әллә күҙгә күрендеме икән? Әҙәпле кешеләр улай итмәй ҙә инде", – тип ғәжәпләнә ҡала халҡы.
Интернетта иһә был хәл ҙур ғауға ҡуптарҙы, сөнки актер Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһенең эске эштәр идаралығының йәмәғәт советы ағзаһы ла булып тора.
Тик Михаил Боярский был хәлгә әллә ни әһәмиәт бирмәй. Актер, ысынлап та, был уның автомобиле булыуын таныған, әммә: "Ул көндө унда булманым", – тип аҡлана. Етмәһә, журналистарҙың һорау биреүен оҡшатмай: "Һеҙ ни өсөн минән һорау алаһығыҙ? Һеҙ минең атайыммы, әсәйемме? Һеҙ кем? ... ҡолағығыҙға", – тип тупаҫ яуаплай мушкетер.
Мәҙәниәт өлкәһендә юғары исемдәр йөрөткән, етмәһә, тәртип һаҡлау органдарының совет ағзаһы булған шәхес ошолайтып йөрөгәс, башҡаларға ни ҡала...