Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2019, 10:47

Софьяға операцияны сит ил хирургтары эшләйәсәк

Стәрлетамаҡтан баш һөйәге ҡыҫылып, бармаҡтары ҡушылып үҫкән ҡыҙ тураһында хәҙер республиканан ситтә лә беләләр, сөнки үҙенсәлекле бала тураһында күп яҙылды, ә кеше ҡайғыһына битараф булмағандар төрлөсә ярҙам да итте. Яңыраҡ уға ҡағылышлы ҡыуаныслы хәбәр ишеттек: Софьяға Израиль табиптары операция яһаясаҡ.

“Баланың ауырыуы ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле, шуға уны ҡарар өсөн Израиль табиптарын саҡырҙыҡ. Уны тулыһынса тикшерәсәктәр, әлбиттә, республика ҡаҙнаһы иҫәбенә. Мөмкинлектәребеҙ бар, ҡыҙҙы һауыҡтырасаҡбыҙ”, – тине төбәк Башлығы. Торлаҡ бүленәме тигән һорауға, был тиҙ эшләнә торған мәсьәлә түгел, тәүҙә ғаиләнең социаль хәлен өйрәнергә кәрәк, тип өҫтәне ул.


Тимәк, барыһы ла яҡшы буласаҡ, Софья!

Башҡортостан гәзите.
Читайте нас: