Артабан кадет корпусы тәрбиәләнеүселәре тыуған илгә тоғролоҡҡа ант бирҙе. Мәғариф учреждениеһына быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 100 үҫмер уҡырға ҡабул ителгән. Хәрби хеҙмәткә әҙерлек етди алып барыласаҡ, ти белем усағы етәкселеге. Сараға кадеттарҙың ата-әсәләре, яҡындары ла йыйылды. Улар йәштәрҙең ысын ил һаҡсылары булыуына шикләнмәй.
Сығарылыш синыф уҡыусылары иһә ҡунаҡтар алдында күрһәтмә сығыштар ойошторҙо. Бында кадетсылар башланғыс осоу буйынса әҙерлек үтә. «Первушин» аэродромы биләмәһендә егеттәр парашюттан һикерергә өйрәнә. Әйткәндәй, кадет корпусында егеттәр генә түгел, хәрби юлды һайлаған ҡыҙҙар ҙа белем ала.
Республика яңылыҡтарынан.