Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Октябрь 2019, 10:11

Бәхеттең иң күп запасы кемдә?

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай уҡыуҙары" халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында "Мостай Кәрим" фонды директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова ҡатнаша.

Ул үҙенең сығышында: "Атайым үҙе лә асылы менән уҡытыусы булды һәм уҡытыусыларҙы, китапханаларҙы ифрат яратты. Бөгөн китапханасының иңендә уҡытыусылыҡ бурысы ла ята. Замана технологияларын да файҙаланып, китапханасылар атайымдың ижадын уҡыусыға еткереү эшен алып бара. Атайым һәр ваҡыт: "Минең бәхет запасым ҙур!" – тиер ине. Был һүҙҙәрҙе әйткәндә ул Бөйөк Еңеүҙе яулауҙа ҡатнашыуын да күҙ уңында тотҡандыр. Шул уҡ ваҡытта ул уҡыусыһы һөйөүөн тойоп йәшәне. Уның әҫәрҙәрен уҡынылар. Яраттылар. Бына ошондай сараларҙа уның бәхет запасы тағы ла артыуын тоям. Рәхмәт барығыҙға ла атайымдың ижадын пропагандалау, уҡыусыға еткереү эшен алып барғанығыҙ өсөн!" – тине.
Читайте нас: