Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2019, 20:03

Буҙа яратаһығыҙмы?

Башҡорт халҡының милли эсемлектәренән буҙа менән ҡымыҙҙы, моғайын, күптәр яратып эсәлер. Һыуһынды ла ҡандыра, һаулыҡҡа ла файҙалы улар.

Ә һеҙ буҙа ҡоя беләһегеҙме? Уны өй шарттарында бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ, тиҙ генә өлгөртөргә мөмкин. Рецебын тәҡдим итәбеҙ. Сәләмәт булайыҡ!


Өс литр һыуыҡ һыуға 0,7 литрлыҡ банка менан геркулес ярмаһы һалып, 5-10 минут ултыртып бүрттерергә. Талғын утта бер сәғәт ҡайнатырға, бер ҡалаҡ аҡ май һалырға, туҡтауһыҙ болғатып торорға. Бер сәғәт үткәс, кеҫәл һымаҡ массаны иләк аша һөҙөргә һәм һыуытырға ҡуйырға.


Һыуытылған массаға бер-ике стакан магазин ҡымыҙы, бер стакан шәкәр өҫтәп бутарға ла бер тәүлеккә йылы урынға ултыртып ҡуйырға кәрәк буласаҡ.


Тәғәйенләнгән ваҡыт үткәс, теленде йоторлоҡ башҡорт милли эсемлеге әҙер буласаҡ! Тәмле булһын, иң мөһиме – һаулыҡҡа файҙаһы тейһен.






Читайте нас: