Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2019, 20:00

Бәхет өсөн күпме кәрәк?

Эксперттар рәсәйҙәргә үҙҙәрен бәхетле тойоу өсөн күпме аҡса кәрәк булыуын асыҡлаған. Баҡһаң, кешегә донъяла ҡәнәғәтлек кисереп йәшәү өсөн айына, аҙ ҙа, күп тә түгел, уртаса 161 мең һум аҡса етә икән.

Өҫтәүенә мәғлүмәттәр төрлө төбәктәрҙә айырыла. Мәскәүҙәрҙең «аппетиты» барыһынан көслөрәк: бәхетле тормош өсөн айына 212 мең һум кәрәк. Уларҙың үксәһенә баҫа-баҫа Владивосток халҡы килә (205 мең һум). Өсөнсө урында – Дондағы Ростов (200 мең). Киров һәм Ырымбур кешеләре бәхетле йәшәү өсөн күп талап итмәй (120 мең, 115 мең һум). Ҡатын-ҡыҙ ир-атҡа ҡарағанда өстән бер өлөшкә тиерлек аҙыраҡ табышҡа ла риза булыр ине.


Рәсәйҙәрҙең ихтыяжы уларҙың килеме кимәленә лә бәйле булыуы асыҡланған. Кем юғарыраҡ эш хаҡы ала, шуларҙың тағы ла күберәк тапҡыһы килә. Теләктең булыуы яҡшы, хыялһыҙ йәшәү күңелһеҙ булыр ине.






Читайте нас: