Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
6 Октябрь 2019, 23:00

Автобуста янғын сыҡҡан

Бәлә аяҡ аҫтында тиҙәр. Ҡайҙалыр барырға тип ниәтләп, маршрут автобусына ултырған кешеләр бәләгә тарый.

Өфө ҡалаһындағы бер маршрут автобусында көтмәгәндә янғын сыҡҡан. Салондағы пассажирҙар һөйләүенсә, тукталышҡ яҡынлашҡас автобуста ниндәйҙер тауыш сыға башлай һәм автобус артында ҡапыл ут ҡабына. Ике егеттең шунда уҡ сәстәре, ҡаштары яна.Водитель тиз арала автобус ишектәрен асып, кешеләрҙе тышка сығара. Автобуста 20гә яҡын кеше була, шул иҫәптән, бер бала. Автобустан сыҡҡанда бер кешенең аяғы имгәнә.

Тиҙ арала "Ашығыс ярҙам" машинаһы килеп етә.

"Башинформ".
Читайте нас: