Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2019, 19:19

Хәрби ветерандар өлгө күрһәтте

Октябрьский ҡалаһы ла бөгөн үҙенсәлекле байрам төҫө алды.

"Геофизик" скверында волонтер студенттар 42 төп туя ағасын ултыртһа, Еңеү паркында хәрбиҙәр мәж килде. Моряктар, сик буйы, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары үҙҙәренең мемориалы янына шыршы үҫентеләре алып килде. Кисәге хәрбиҙәр һәйкәлдең тирә-яғын йыйыштырҙы.


Бөгөн нефтселәр ҡалаһында ағас-ҡыуаҡтар һаны 366-ға артты. Бынан тыш, теләгән һәр кеше ҡала питомнигынан үҫенте һатып алып, үҙенең ағасын ултыртты.
Читайте нас: