Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2019, 19:25

Баймаҡтар үҙ төйәген тағы ла байытты

Кем генә тыуған ерен матур, таҙа, йәшеллеккә бай итеп күргеһе килмәй икән! Баймаҡ ҡалаһы һәм ауылдарында ла ошо маҡсатта өмәләр йәнле барҙы.

Бөгөн улар биш мең тирәһе ҡарағай, шыршы, ҡайын, миләш һәм башҡа төр ағастар ултыртты.


Ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге проспектында урынлашҡан 31-се, 33-сө йорттар ихаталарында, Юбилей урамында, Стаханов, Мерәҫ, Әлибаев, Ленин урамындағы скверҙарҙа, Салауат Юлаев һәм Еңеү парктарында йәш үҫентеләр бер нисә йылдан ҙур булып үҫеп, тирә-йүнде йәмләп ултырыр әле.
Читайте нас: