Мул итеп һыу һибеп, изге ниәт менән шартына килтереп ултыртылған үҫентеләр яңы урынға уңышлы ерегеп, яҙын бында килеүселәрҙе йәшел япраҡтары менән сәләмләр әле.
"Йәшел Башҡортостан" тирә-йүнде йәшелләндереп кенә ҡалмай, халыҡты уртаҡ маҡсатта нығыраҡ берләштерә лә, тигән фекерҙә бүздәктәр.