Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
5 Октябрь 2019, 19:27

Афарин, бөрйәндәр!

Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһына бөрйәндәр ҙә дәррәү ҡушылды.

Һәр ваҡыттағыса, район халҡы, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре сарала ихлас ҡатнашты. Яңыраҡ ҡына тирә-яҡ мөхитте таҙартыуға ла күпләп сыҡҡайнылар.


Бөгөн район үҙәгендә ике төркөм булдырылып, береһе Баҙал биҫтәһендәге стадион тирәләй, икенсеһе һабантуй яланында ҡарағай, шыршы һәм башҡа ағас ултыртып, донъяны йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Афарин, бөрйәндәр!
Читайте нас: