Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 13:55

Яуаплылыҡ - уның юлдашы

Уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫарына баһа бирегеҙ әле тигән һорауыма, 1-се Стәрлебаш урта мәктәбе уҡыусылары хатта уйлап та тормайынса: «Бик ғәҙел», «Итәғәтле», «Аҡыллы, ул барыһын да белә» тип яуап бирҙе. Быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләүсе Азат Тәлғәт улы Ҡадиров балаларҙың ышанысын һәм ихтирамын яулаған. Йыл һайын, 25 йыл дауамында ул ғорурлыҡ менән һуңғы ҡыңғырау кисәһендә мәктәп вальсы бейегән уҡыусыларҙы күҙәтә, ә бит 1986 йылда уға тап ошо мәктәптә тик бишле билдәләре ҡуйылған аттестат тапшыралар...

Азат Тәлғәт улының вазифаһы, ойоштороу үҙәге кеүек, ул уҡытыу процесын өҙлөкһөҙ тәьмин итергә тейеш. Ул сәғәттәр нормаһын һәм дөйөм белем биреү стандарттарын иҫәпкә алып, мәктәп расписаниеһында дәрестәрҙе дөрөҫ урынлаштырыуға яуаплы. Уның һәр иртәһе бик ыңғай ғына башланмай, ҡайһы саҡ ҡапыл килеп тыуған мәсьәләләрҙе лә хәл итергә тура килә. Педагогтар сирләп киткән осраҡта расписаниеға тиҙ генә үҙгәрештәр индерергә йәки алмаш уҡытыусы табырға кәрәк. Һәм тағы ла химия буйынса дәрестәрҙе оҫта үткәреп, өлкән класс уҡыусыларында астрономияға ҡыҙыҡһыныу уятыу зарур. Стәрлебашта үткән бала сағы тураһында хәтерләп, Азат Тәлғәт улы пионерия, түңәрәктәр һәм комсомол тураһында һөйләй. Әммә ул күбеһенсә уҡытыусыларына рәхмәтле. Алевтина Ильинична Ситникованың химия дәрестәре уның һөнәр һайлауына булышлыҡ итә. Изге күңелле, аҡыллы уҡытыусы дәрестәрен һәр ваҡыт мауыҡтырғыс үткәрә, бик күп уҡыусыларҙа тәбиғи фәндәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятып, тәжрибәләр һәм химик эксперименттар яһай. Медалист Ҡадировҡа БДУның химия факультетына инеү имтихандары еңел һынау була. Университетта уҡыуҙың тәүге көндәрендә үк уның химия буйынса ныҡлы белеме күренә. Хатта беренсе курстан һуң армияға барып ҡайтыуы ла уның уҡыуын дауам итеүгә ҡамасауламай. Студент йылдары һиҙелмәйенсә үтеп китә, диплом яҡлау осоро етә. Кафедрала шундай һәләтле студентты шунда уҡ күреп ҡалалар. Өҫтәүенә, ул диплом эшен бик яҡшы яҙа, фәнгә ынтылыу уның үҙенсәлекле сифаты була. Аспирантураға саҡырыу, ә киләсәктә кандидатлыҡ яҡлау - быларҙың барыһы ла Өфөлә яҡшы карьера вәғәҙә итә. Әммә ул саҡта аңлайышһыҙ 90-сы йылдар була, ғилми хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәте лайыҡлы баһаланмай, бер ниндәй ҙә перспектива булмай. Ҡала шау-шыуы күңеленә ятмай, ҙур хужалыҡ тотҡан ата-әсәһе тураһында уйҙар тынғы бирмәй. Былар Азат Тәлғәт улының кире Стәрлебашҡа ҡайтыуына йоғонто яһай.

Туған мәктәбендә уны директор Миңлехәнә Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова ҡаршылай. 1994 йылдың 1 сентябренән йәш уҡытыусының эшмәкәрлеге башлана. Университеттағы ҡыҙыл дипломға ҡарамаҫтан, балалар менән эшләү еңел булмай. Уларҙың һәр ҡайһыһына үҙенсәлекле алым кәрәк була. Шулай уҡ тиҙ ҡарар ҡабул итеү, ниндәй баһа ҡуйырға кәрәклеген хәл итеү оҫталығы ла яйлап барлыҡҡа килә. Коллективта йәш белгес ихтирам яулай һәм уларҙың мәктәбен тамамлаусы булараҡ ғорурлыҡ уята. Бер йылдан уға уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын тәҡдим итәләр, үҙенең элекке уҡытыусыларына һәм остаздарына етәкселек итергә һәм ҡайһы саҡ уларға иҫкәрмәләр яһарға тура килә. Әммә эш эш инде. Азат Тәлғәт улы уҡыу эшен дөрөҫ ойоштора ала.

- Үҙең аттестация үтмәй тороп, нисек итеп уҡытыусыларҙан категорияларын күтәреүҙәрен талап итергә мөмкин? - директорҙың ошо һүҙҙәре уның 1997 йылда беренсе тапҡыр категория яҡлауға барыуына этәргес була. Шул ваҡыттан алып ул белемен даими камиллаштырып тора.

Уның өсөн һәр уҡыусы - тәү сиратта, шәхес. Әгәр ул баланың өлгәшеүе насарайыуын, күҙендә шатлыҡ осҡоно һүнгәнен күрә икән, бының сәбәбен эҙләй башлай, был уҡыусыға ярҙам итергә, хәлдән сығыу юлдарын табырға тырыша. Уның фәндәре буйынса насар билдәне төҙәтеү мөмкинлеге һәр кемгә лә бирелә.

Әңгәмә ваҡытында: «Ә ни өсөн бындай мөмкинлек?», тигән һорауыма Азат Тәлғәт улы Цицерон һүҙҙәрен әйтте: «Хаталаныу һәр кемгә хас, ә йүләрҙәр үҙ хатаһын ҡабатлай», - артабан былай тип дауам итте: «Сабырлыҡ туплап, эшләргә кәрәк, балаға бер ҡасан да ҡул һелтәргә ярамай. Һәр кемдең фекерләү һәләте үҙенсәлекле». Уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары булараҡ, уның өсөн иң мөһиме, балалар үҙ фекерен грамоталы, уйлап, матур итеп әйтеп бирергә өйрәнергә тейеш.

Яңы кадрҙар булмауы уны бик борсой. Йәштәрҙең ауылға ҡайтып, мәктәптә эшләгеһе килмәй. Ә бит ул балалар яҡшы яҡҡа үҙгәрҙе, күпкә мәрхәмәтлерәк, түҙемлерәк, тәртиптәре лә яҡшырҙы, тигән фекерҙә. Уҡыусылар күп ваҡытын сәләмәт йәшәү рәүешенә бүлә. Һуңғы ваҡытта мәктәпкә ҡарата дәүләт яғынан иғтибар артыуы ла уны һөйөндөрә. Өҫтәмә тәрбиә биреү өсөн техник йыһаздар ҡайтарылыуы, матди базаның яңырыуы шатлыҡлы хәл. Сөнки ул үҙе лә малай сағында киноға һәм Вячеслав Ниязғолов үткәргән фотоһәүәҫкәрҙәр түңәрәгенә йөрөгән, радиотехника түңәрәгендә лә шөғөлләнергә өлгөрә. Бынан тыш, музыка мәктәбендә уҡый. Шуға күрә, ысынлап та, уҡыусылар өсөн бындай мөмкинлектәр булдырылғанға рәхмәтле. Ул ҙур уҡытыусылыҡ тәжрибәһен, төплө белемен һәм балаларға белем биреүҙә ысынлап ижади яҡын килеп, бөтә күңелен биреп эшләүҙе берләштергән. Уҡыусылары уға ярҙамлашһа, ул - уларға. Бергәләп белем туплайҙар, астрономияны өйрәнәләр, берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнәләр.

2015 йыл Азат Тәлғәт улы хәтерендә уйылып ҡалған. Ул саҡта улар Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған сығыш әҙерләй. 11 класты тамамлаусылар айырыуса әүҙемлек күрһәтә. Берҙәм әҙерләнәләр, сара ватансылыҡ рухында үтә, тотош коллектив үҙенең ижади мөмкинлектәрен күрһәтә.

Ауыл мәктәбенең директор урынбаҫары тормошо бына шундай бай. Ул йондоҙҙар һәм фәнни-популяр әҙәбиәтте ярата. Талапсан булыуына ҡарамаҫтан, тәнәфестәрҙә балалар бер-береһен уҙып, уның менән яңылыҡтары, фекерҙәре менән уртаҡлашырға, һөйләшергә ашыға. Уҡытыусы уларға бар күңелен һәм йөрәген бирә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул уҡыусыларын яратҡан ысын уҡытыусы!

Азат Тәлғәт улы мәктәпкә тәүгеләрҙән булып килә, иң һуңынан ҡайтып китә. Бер нисә быуын стәрлебаштарҙы үҙ аллы тормошҡа әҙерләгән. Яңы уҡыу йылы башында линейкала урта мәктәп уҡытыусылары шатланып 5 класс уҡыусыларын сәләмәләй! Ваҡыт үтер, уларҙың да хушлашыу, вальс әйләнеү ваҡыты етер. Ә ул үҙенең сығарылыш класс уҡыусыларына ныҡлы ышана, барыһы ла һәйбәт булыр тигән фекерҙә ҡала!
Читайте нас: