Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:21

Яңы ауыл хакимиәте башлығы

Биналарҙа аҙ ғына төтөн еҫен һиҙеп, янғындарҙы иҫкәртергә ярҙам иткән автоном янғындарҙы хәбәр итеү яйланмаһын өйҙәргә урынлаштырыуҙың мөһимлеген бер кемгә лә аңлатып торорға кәрәкмәйҙер, моғайын. Уларҙы һатып алыуҙа Йәшергән ауыл биләмәһенең яңы башлығы Йәүҙәт Фәтҡуллиндың тәжрибәһе бик мөһим.

Ауыл йыйынын үткәргәндә ул халыҡҡа, фермерҙарға һәм активистарға хәүефле төркөмгә ингән, күп балалы ғаиләләргә һәм өлкән йәштәгеләрҙең өйҙәренә янғын тураһында хәбәр итеү яйланмаһын һатып алыуҙа һәм урынлаштырыуҙа булышлыҡ күрһәтеүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткән.

Ауыл халҡы яңы тәғәйенләнгән ауыл биләмәһе башлығының үтенесенә ыңғай ҡарап, тәүлек эсендә 100 яйланма һатып алырлыҡ аҡса йыйған.

26 сентябрҙә Й.Фәтҡуллин газ менән тәьмин ителмәгән, йылытыу мискәләренән һәм электр ҡаҙандарынан файҙаланған Ҡыҙылъяр ауылында 30 янғынды иҫкәртеү яйланмаһын шәхсән үҙе үткәргән. Иҫкәртеү төркөмө әлеге башланғысты актив хуплап, яйланмаларҙы урынлаштырыу осоронда листовкалар таратҡан, шәхси йорттарҙа янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү буйынса әңгәмәләр алып барған. Өлкән йәштәгеләр көнө алдынан шундай иғтибар һәм хәстәрлек күрһәткәне өсөн күп кенә яңғыҙ йәшәгән һәм өлкән йәштәге кешеләр Й.Фәтҡуллинға рәхмәт белдерә.

27 сентябрҙә 70 яйланма Айтуған ауылында ҡуйылған. Шул рәүешле, Йәшергән ауыл биләмәһендә ике ауыл тулыһынса янғынды хәбәр итеү яйланмаһы менән йыһазландырылған.

Яҡын арала Буҙат ауыл биләмәһе хакимиәте лә Ғәли - Буҙат, Ҡарамалы - Буҙат, Старолюбино ауылдарында тулыһынса янғынды хәбәр итеүсе яйланма менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Алда әйтеп кителгән яйланмаларҙы урынлаштырыуҙа етеҙ эш иткәне, янғын хәүефһеҙлеге сараларын пропагандалауҙа әүҙемлек күрһәткәне өсөн Йәшергән ауыл биләмәһе башлығы Йәүҙәт Фәтҡуллин Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Йәүҙәт Тәлғәт улының үҙ яҡташтарын янғын хәүефһеҙлеге менән тәьмин итеүҙәге эштәре маҡтауға лайыҡ. Уның үрнәгенә башҡалар ҙә эйәрер, тип ышанғы килә.


Читайте нас: