Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:10

Йәшәһен турслет!

Шәмбе көндө Стәрлебаш ауылының саңғы базаһында ВФСК ГТО положениеһын бойомға ашырыу һәм «Туризм» төрө буйынса ГТО нормаларын үтәүгә әҙерлек сиктәрендә туризм буйынса район ярышы үтте. Әлеге сара шулай уҡ Бөтә донъя туризм көнөнә бағышланғайны, ул бер көн алдан үткәрелде. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов унда ҡатнашыусыларҙы хуплап, спорт уңыштары һәм һәйбәт ял итеүҙәрен теләне.

Һынауҙар турслетты рәсми рәүештә асыу менән башланып китте. Ун команда иң яҡшы исеме өсөн көс һынашты. Күнегеүҙәр төрлө булды. Ҡатнашыусыларға һынауҙар үтергә, дөрөҫ һәм тиҙ арала палатка ҡуйырға, үҫемлектәрҙең исемдәрен, топография карталарының шартлы билдәләрен әйтергә кәрәк ине. Бөтә күнегеүҙе лә туристар уңышлы башҡарҙы. Уларҙы баш судья һәм туризмды яҡшы белеүсе - Вячеслав Ниязғолов етәкселегендә судьялар составы баһаланы. Өлкән класс уҡыусылары менән бер рәттән белемдәрен Стәрлебаш башланғыс мәктәбе уҡыусылары ла күрһәтте. Дөйөм команда зачетында 2-се Стәрлебаш урта мәктәбе командаһы беренсе урын яуланы. Икенсе һәм өсөнсө урында Ҡуғанаҡбаш һәм 1-се Стәрлебаш урта мәктәптәре командалары. Шулай уҡ айырым этаптар буйынса ярыштарҙа һөҙөмтәләр буйынса йомғаҡтар яһалды. Бөтә призерҙар һәм еңеүселәр спорт комитеты грамоталары һәм кубоктары, шулай уҡ күсмә кубок менән бүләкләнде.

Турслет, элекке кеүек, усаҡ янында түгел һәм йырһыҙ үтһә лә, унда ҡатнашыусыларҙа ыңғай тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.
Читайте нас: