Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:07

«Йән ауазы» конкурсы тамамланды

Театр йылы тамамланыуға бик аҙ ваҡыт ҡалды. Был йыл иҫ киткес матур һәм мауыҡтырғыс сәнғәт төрөн яратыусыларға бик күп тәьҫораттар, театраль күренештәр, спектаклдәр, миниатюралар, өҙөктәр бүләк итте. Барлыҡ ауыл биләмәләрендә үткәрелгән «Йән ауазы» район конкурс-фестивале даирәһендә уларҙы тамашасылар күрә алды.

- Әлеге конкурс барышында беҙ бер нимә асыҡланыҡ, - ти «Эстәрле» татар халыҡ театры режиссеры Зөлфиә Ғиззетдинова. – Телевидение һәм Интернеттың йоғонтоһо ҙур булыуға, районға күп һанлы популяр башҡарыусыларҙың килеп тороуына ҡарамаҫтан, тамашасының театрҙы һағыныуын күреү бик күңелле булды. Халыҡ үҙешмәкәр артистарҙың сығышын яратып ҡарай. Шуға күрә улар тамашаларға бик теләп килде, уларҙың уйнауын йылы ҡабул итте, әңгәмәләшкәндә театраль күренештәрҙең ни тиклем тәрән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуын әйтте. Тағы нимә шатландырҙы? Конкурсҡа йәштәрҙең һәм балаларҙың бик күп йәлеп ителеүе, залдарҙың һәр ваҡыт тулы булыуы. Шуға күрә беҙ, жюри ағзалары, тамашаларға ҙур ҡәнәғәтлек менән йөрөнөк. Беҙҙең ҡарашҡа, һәр коллектив үҙенсәлекле, һәр ҡайһыһының үҙ айырмалыҡтары бар. Шулай ҙа, жюриның берҙәм фекере буйынса, тәтер-арыҫландар иң яҡшы программа күрһәтеп, Гран-при яуланы (художество етәксеһе Нәсимә Усманова). Улар «Һалдатты армияға оҙатыу» тамашаһын иҫ киткес оҫта итеп уйнаны. Артистар сәхнәләге тамашаны һиҙҙермәй генә залға күсерә, килеүселәрҙе уйынға, бейеүгә, йырға йәлеп итә белде. Гөлназ Мөхәмәтшина сираттағы тапҡыр үҙе ижат иткән «Театр йылы»на бағышланған шиғыры менән ғәжәпләндерҙе, Сөмбөл Мостафина ихлас шиғыр һөйләне.

Беренсе урын – «Ҡапҡа төбөндә» программаһын күрһәткән Ҡарағош ауыл биләмәһе вәкилдәрендә. Икенсе урынды ҡатнашыусыларҙың күп булыуы, матур сығыштары, йәш башҡарыусыларҙың сәхнәлә үҙҙәрен тота белеүҙәре менән тамашасыларҙы әсир иткән Хәлекәй һәм Буҙат ауыл биләмәләре бүлеште, оҙон шиғырҙарҙы иҫ киткес ялҡынлы һөйләгән Өсөгән-Әсәндән Радмир Хәсәнов һәм Әмирҙән Вероника Юрпалова үҙҙәре ни тора. Уларҙың сығышы ваҡытында күптәр күҙ йәштәрен тыйып ҡала алманы. Иҫке Ҡалҡаш һәм Ҡабыҡҡыуыш ауыл биләмәләре өсөнсө урында. Тәүгеләре «Мөхәббәт һәм күгәрсендәр» пьесаһынан өҙөктө бик оҫта күрһәтте, икенселәр – урындағы автор Айгөл Собханғолованың «Етеҙ тауыҡ» мини-тамашаһын тәҡдим итте. Дипломдар, аҡсалата премия менән Сертификаттар уларға «Театраль төн» ваҡытында тапшырылды.

Башҡа ҡатнашыусылар төрлө номинацияларҙа бүләктәр алды. Уны уларға район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфьянова тапшырҙы. Сара барышында «Эстәрле» халыҡ театры һәм еңеүсе коллективтар репертуарынан спектаклдәрҙән иң яҡшы өҙөктәр күрһәтелде. Тамашасылар үҙешмәкәр артистарҙы берҙәм хуплады һәм «Театр төнө» уны яратыусыларға бик күп ыңғай тәьҫораттар, күңел күтәренкелеге бүләк итеп, ысын байрамға әүерелде.


Читайте нас: