Республиканың 100 йыллығына ветеринарҙар 100 ағас ултыртырға ҡарар итте. Урынды райветстанция эргәһендә һайланылар. Алмағас, груша, слива һәм миләш үҫентеләрен ҡала питомнигынан алып ҡайтҡандар. Үҫентеләрҙе нисек дөрөҫ ултыртыу һәм тәрбиәләү тураһында ғүмер буйына урмансылыҡта эшләгән һәм йөҙҙәрсә гектар урман ултыртҡан 87 йәшлек Фәрит Фәйрүзов һөйләне һәм күрһәтте. Был акцияға БР ветеринария идаралығы начальнигы А.С.Йыһаншин һәм район хакимиәте башлығы Р.К.Рахманғолов бик теләп ҡушылды.
Ағас ултыртыусылар был эште ихлас башҡарҙы. Уларҙың күптәре өсөн ағас ултыртыу - ғәҙәти эш. Барыһына ла эшләүе күңелле булды. Бурысты берҙәм үтәп, осрашыуҙы район хакимиәтенең ултырыштар залында дауам иттеләр.
Кәңәшмәгә, ветстанция хеҙмәткәрҙәренән тыш, ауыл хужалығы предприятиелары, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары саҡырылды. Кәңәшмәне Рөстәм Камил улы асып, ошондай осрашыуҙарҙың мөһимлеген билдәләне.
- Ул - иҫәп буйынса өсөнсөһө, - тине Азат Салауат улы, - Ошондай форматта осрашыуҙар Мәләүез һәм Дыуан райондарында үтте. - Улар барышында беҙ ветеринар закондарҙы нисек үтәүҙәрен, теге йәки был талаптарҙы үтәү өсөн нимә эшләүҙәрен, етешһеҙлектәрҙең булыу-булмауын тикшерҙек.
Артабан ул хәүефле сирҙәрҙе ентекле анализлауға туҡталды. Мәҫәлән, малдарҙың ҡотороу факты илдең 62 төбәгендә, шул иҫәптән беҙҙең республикала ла теркәлгән. 2018 йылда был ауырыу 12 тапҡыр асыҡланған, ағымдағы йыл башынан 13 осраҡ теркәлгән дә инде. Лейкоз (аҡ ҡанлылыҡ) кеүек сир ҙә хәл-торошто ҡатмарлаштыра.
Беҙҙең районда йәмәғәт секторында һыйырҙарҙың 12,6% ошо ауырыуға дусар. Шул уҡ ваҡытта күрше Стәрлетамаҡ районында лейкоз менән сирләүсе малдар 1 проценттан да артыҡ түгел, Миәкә районында - 12,5, Федоровкала - 5,2%. Республика буйынса был һан 4,3% тәшкил итә. Шулай уҡ малдарҙың бруцеллез менән сирләү темаһы ла күтәрелде.
- Ветеринария хеҙмәте эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе булып, профилактика тора, - тип тағы бер тапҡыр иҫкәртте Азат Йыһаншин.
Шулай уҡ республика территорияһына малдар индереү, малдарҙы идентификациялау (ул беҙҙең районда тамамланды) мәсьәләләре тикшерелде. Ветеринар тармаҡта кадрҙар мәсьәләһе лә бар, тип билдәләнеләр. Ветеринарияла эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙең 25 проценты пенсия йәки пенсия алды йәштәгеләр.
Артабан БР Ветеринария идаралығының эпизоотик хәлгә ҡаршы саралар үткәреүҙе ойоштороу һәм контроллек итеү бүлеге начальнигы Руслан Байкеев ревизия комиссияһына йомғаҡ яһаны. Етешһеҙлектәрҙе билдәләне. Уларҙың күптәре ферма территориялары һәм санитария-профилактик саралар үткәрә торған учреждениеларҙың ихаталары булмауға ҡағылды. Бөтә иҫкәрмәләр хужалыҡтар тарафынан бөтөрөлөр тигән ышаныс белдерҙе.
БР Ветеринария идаралығының малсылыҡ продукттары хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе ойоштороу бүлеге начальнигы мал һуйыуҙың ветеринар-санитар ҡағиҙәләре, мал һуйыу пункттарына талаптар тураһында һөйләне. Беҙҙең райондың мал һуйыу пунктына шулай уҡ иҫкәрмәләр (дизбарьер юҡ) булды. Дәүләт ветеринар күҙәтеүҙең территориаль бүлеге начальнигы Ирек Багауов биологик ҡалдыҡтарҙы йыйыу, үтилләштереү һәм юҡ итеүҙең ветеринар-санитар ҡағиҙәрәле тураһында ентекле һөйләне. Шулай уҡ йыйылыусылар Башҡортостан Республикаһы ветстанцияһы начальнигы Андрей Беловтың лейкоздан сәләмәтләндереү буйынса программа тураһында сығышын тыңланылар.
Кәңәшмә аҙағында теләгән һәр кем республиканың баш ветеринарына ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп, уларға яуаптар ала алды.