Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:03

Минең беренсе уҡытыусым!

Һис шикһеҙ, һәр кемгә матур һәм ихлас һүҙҙәр ишетеү оҡшай. Әммә уҡытыусыға уның дәрестәре бушҡа үтмәүен, ә ул һалған нигеҙҙә лайыҡлы һәм бәхетле кеше үҫеүен күреү мөһим. Шуға күрә һөнәри байрамдарында уҡытыусыларға әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре айырыуса һөйөнөслө. Беҙҙең районда тыуып үҫкән төрлө йәштәге яҡташтарыбыҙҙан уҡытыусылары уларҙа ниндәй хәтирәләр һәм тәьҫораттар ҡалдырыуын белергә булдыҡ.

Марс Юлдашев, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы, профессор:

- Уҡытыусылар тураһында тик изге хәтирәләр һаҡлана. Класс етәксем һәм химия уҡытыусыһы Гашева Маргарита Георгиевнаға, шулай уҡ рус теленән уҡытҡан Майструк Валентина Михайловнаға бик рәхмәтлемен. Ә башланғыс белемде Фәүзиә апай Монасипованан алдым. Уларҙың барыһы ла аҡыллы кәңәш биреп, һәр йәһәттән хуплай ине.

Фәнүзә БАҺАУЕТДИНОВА, «Ашҡаҙар» радиоһын алып барыусы, журналист.

- Ләлә Барый ҡыҙы Рәхимова үткәргән химия дәрестәре иң күбе иҫтә ҡалған. Ул ихлас күңелле кеше, һәр ваҡыт йылмайып йөрөй ине! Яңы темаларҙы мауыҡтырғыс итеп аңлата, тәжрибәләр ҡуя ине. Беҙ уның дәресен рәхәтләнеп өйрәнә һәм үҙләштерә инек, ҡыҙыҡ та, күңелле лә була торғайны. Шул шатлыҡлы минуттар өсөн уға ҙур рәхмәт!

Айрат ХАЛИҠОВ, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы:

- 1 кластан 3 класҡа тиклем Әмир урта мәктәбендә Мөкәрәмә апай Халиҡова минең беренсе уҡытыусым булды. Ул миңә апай килеп сыға ине, әммә, шуға ҡарамаҫтан, мине яҡын күрә тип уйламаһындар өсөн хатта миңә ҡарата уҫалыраҡ та ине. Мин бик тырышып, тик бишле билдәләренә генә өлгәшеп уҡыным. Хоккей, футбол яраттым, команда йыя инем. Һуңынан музыка менән мауыҡтым.

Ул ваҡытта мәктәп директоры Спартак ағай Хәбибуллин ине. Мөкәрәмә апай беҙгә йыш экскурсиялар үткәрҙе. Беҙҙе колхозыбыҙҙың ғорурлығы булған малсылыҡ комплексына алып бара торғайны. Һауынсылар һәм мал ҡараусылар шул ваҡытта аҡ халаттарҙа эшләй ине. Һәр ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ. Душ бүлмәләре, ҡыҙыл мөйөштәр бар ине. Класташым Илвер Хәлитов менән үҫкәс туған колхозда шофер булып эшләйбеҙ тип хыяллана торғайныҡ. Водитель сифатында хеҙмәт эшмәкәрлеген башлап, беребеҙҙең хыялы тормошҡа ашты. Илвер бөгөн шул хужалыҡҡа идара итә. Мин иһә музыка менән шөғөлләнеүемде дауам итәм.

Тормошомда уҡытыусылар күп булды, әммә Мөкәрәмә апай Халиҡова минең хәтеремдә һәр ваҡыт иң изге, намыҫлы, ғәҙел кеше булып һаҡлана!

Зөлфиә ҒИЗЗЕТДИНОВА, «Эстәрле» халыҡ театры режиссеры, Стәрлебаш ауылы:

- Беренсе уҡытыусым Ямал апай Маннанованы мин ғүмер буйына онотмаясаҡмын. Сөнки уның кеүектәр онотолмай. Ул шул тиклем изгелекле, һөйкөмлө, һәм һәр ваҡыт йылмайып йөрөй ине. Ә уның тауышы ниндәй ине! Әсәйҙәрҙеке кеүек яғымлы, тынысландырыусы, хатта таң ҡалдырғыс тиһәң дә була. «Әлифба»ла «Барый, рәхмәт!» тигән шиғырҙы уҡығаным хәтерҙә. Һуңғы һөйләмде әйтеп бөтөү менән ул ихлас итеп, бер аҙ көйләп: «Һиңә үҙеңә рәхмәт, Зөлфиә!» тине.

Әммә һөнәре буйынса уҡытыусы булған әсәйем Тәнзилә Атнашева тормошта минең иң мөһим уҡытыусым булып ҡала. Тап ул мәктәпкә барғансы уҡ мине кешеләр араһында үҙеңде нисек тоторға, дәрестә нисек ултырырға, яуап бирергә өйрәтте. Беҙҙең ғаиләлә тәрбиә биреүгә ҙур әһәмиәт бирелә ине. Ҡайҙа ғына булһаҡ та, һөйөклө ата-әсәйебеҙ биргән дәрестәрҙе, тормош һабаҡтарын һәр ваҡыт иҫләйбеҙ.

Илшат ЯППАРОВ, Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының баш табибы:

- Башланғыс мәктәптән тәүге уҡытыусым Любовь Тимофеевна Кондрашованы мин һәр саҡ йылы һүҙҙәр менән иҫкә алам. Ул мине изгелек донъяһы менән таныштырып, үҙемә ышаныс уятты. Уның һөнәри оҫталығы ярҙамында мин мәктәптә тәүге белемемде алдым.


Читайте нас: