Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:39

Иҫкә алайыҡ!!!

Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле улыбыҙ, ҡустым, ирем, атайыбыҙ Сибәғәтуллин Рөстәм Назим улының арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл.

Барыбыҙҙы ла әсе ҡайғыға һалып яҙмыш уны беҙҙән тартып алды. Был хәсрәтте кисергән кеше генә уның әсеһен аңлай. Улымды юғалтыу ҡайғыһын һүҙ менән аңлатып, күҙ йәштәре менән йыуып бөтөрөрлөк түгел. Тик әсәй кешегә бала ҡайғыһынан да ауыр, бала ҡайғыһынан да әсе хәсрәт юҡ. Баламды солғап алған ут эсендә мин бер йыл янам. Йөрәгемдең янғанына түҙә алмайым. Йыйып барһам күҙҙәремдән аҡҡан йәштәремдән йылғалар хасил булыр ине. Уның ут эсендә әсенеп ҡысҡырғанын минең мәңге онотаһым юҡ. Рөстәмде беҙҙең бер генә көн дә, бер генә сәғәт тә иҫкә алмаған көнөбөҙ юҡ. Ул һәр ваҡыт беҙҙең менән. Улым беҙгә һинһеҙ йәшәүҙең йәме, ризыҡтың тәме юҡ. Көндөҙ күҙ алдында, төндә йөрәгемдән сыҡмайһың. Балаҡайымдың юҡлығына бер йыл үтһә лә күңел ышанмай. Ишек асылған һайын улымды көтәм. Йылмайып килеп инер кеүек. Ул яҙмыштың үҙенә ҡыҫҡа ғүмер биргәнен белгәндәй йәшәп, эшләп ҡалырға тырышты. Ул изге күңелле, ярҙамсыл, аралашыусан, һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер ине. Уның яғымлы һүҙҙәрен, наҙлы күҙ ҡараштарын һағынабыҙ. Һөйөклөбөҙҙөң яҡты рухы күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәр беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел, урыны мәңгелек йәннәт түрендә булһын.

Урамдарҙа гөрләүектәр аға,

Килә ергә ғүмер яҙҙары.

Улым, бәғрем, һин булмағас янда,

Яҙҙарҙың да юҡ бит наҙҙары.

Йәйҙәрендә селлә эҫеләрҙә

Йылытмай шул беҙҙең йәндәрҙе.

Гөлдәрем дә һинһеҙ сәскә атмай

Йәйҙәрҙең дә тоймайбыҙ йәмдәрен.

Алмаларың, сейәләрең бешкән

Йыярға юҡ һин көҙҙәрҙә.

Әрнеү-һағыш беҙҙең йөрәктәрҙә,

Ҡанлы йәштәр тама күҙҙәрҙән.

Дүрт миҙгелдең һәр көнөндә һине,

Улым юҡһынып беҙ һине көтәбеҙ.

Бер мөғжизә булып эргәбеҙгә

Ҡайтырһың, тип өмөт итәбеҙ.

Яҙын, йәйен, көҙөн, ҡыштарында

Улым һин һәр көн кәрәкһең.

Мәңге йәшәрһең һин, ҡәҙерлебеҙ,

Иң түрендә беҙҙең йөрәктең.

Доғаларым, улым, һиңә юлдаш булһын,

Фәрештәләр булһын түреңдә.

Һағыныу һағыштарымды баҫыр өсөн

Кергеләп тор минең төшөмә.

Атаһы, әсәһе, ағаһы, ҡатыны, еңгәһе, балалары, туғандары, апайҙары, ағайҙары.

Стәрлебаш-Стәрлетамаҡ-Күмертау-Мәләүез-Нефтеюганск.
Читайте нас: