Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 11:59

Фән донъяһында – Мостай Кәрим

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған "Мостай уҡыуҙары" халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ғалимдар бөйөк әҙиптең ижады хаҡында һөйләне.

Философия фәндәре докторы Зөһрә Рәхмәтуллина олуғ яҙыусының әҫәрҙәренә яҡтылыҡ һәм изгелек кеүек сифаттар хас булыуын билдәләне. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты, педагогия фәндәре докторы Әлфиә Ғаязов тап Мостай Кәрим ижады аша республиканан ситтә Башҡортостанды, башҡорттарҙы таныуҙарын әйтте. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, география фәндәре докторы Айбулат Псәнчин, шағирҙың ғүмер юлы, ижады аша тотош дәүерҙең картинаһын күҙ алдына баҫтырабыҙ, әҙәбиәт тарихына, антологияһына уның әҫәрҙәре ингән һәм уларға ентекле анализ бирелгән, тине.


Пленар ултырышта филология фәндәре докторы, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт ғилеме бүлеге мөдире Миңлеғәле Нәҙерғолов үҙ сығышында әҙиптең тотош ижадына анализ яһаны. Шағир, прозаик, драматург һәм публицист Мостай Кәрим ижады – ул һүҙ сәнғәте өлгөләре, тип билдәләне.
Читайте нас: