Беҙҙең мәҡәлә геройы 1969 йылда Ишембай районының Ҡолғона ауылында яҡты донъяға килә. Башланғыс мәктәпте туған ауылында, ә өлкән кластарҙы - Стәрлетамаҡ ҡалаһының В.И.Ленин исемендәге мәктәп-интернатында тамамлай. Ҡыҙ бала сағынан уҡытыусы булырға хыяллана. Шуға уҡыуын тамамлау менән ул Стәрлетамаҡҡа педагогия институтына йүнәлә. Бында ул яҙмышын осрата. Тәүҙә Стәрлебаш районы егете менән дуҫлашып ҡына йөрөйҙәр, ә һуңынан дуҫлыҡ хистәре ысын мөхәббәткә әүерелә һәм уларҙың йәшлектәге ҡайнар һөйөүе бөгөн дә һүрелмәгән.
Светлана Ғаяз ҡыҙының эш тәжрибәһе ҙур, был, һис шикһеҙ, һөнәри эшмәкәрлегендә ҙур ярҙам. Бөгөнгө көндә уның педагогик стажы 28 йыл иҫәпләнә, әммә ул элеккесә йәш, әүҙем һәм алдынғы ҡарашлы. Уны уҡыусылар ярата, хеҙмәттәштәре хөрмәт итә, тирә-яҡтағылар һоҡлана. Уның үҙенә күрә йәшлек сере бар. Һәр яңы класс менән ваҡыт уны тағы дүрт йылға артҡа ҡайтара һәм ул элеккесә илһамланып һәм дәртләнеп уҡыусыларҙы белем иленә әйҙәй. Светлана Ғаяз ҡыҙы дәрестәрҙе үҙенсәлекле итеп үткәрә, бай ижади фантазиялы уҡытыусы һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы яңылыҡтар эҙләй.
Беренсе класс уҡыусыһы - аҡ ҡағыҙ кеүек, унда уҡытыусы-рәссам нимә теләй шуны төшөрә. Күп нимә педагогҡа бәйле, шул иҫәптән киләсәктә башланғыс класс уҡыусыһы ниндәй юл һайлауы ла. «Светлана Ғаяз ҡыҙы - изге күңелле, ғәҙел, тыныс, хәстәрлекле һәм иғтибарлы. Уның дәрестәре фәһемле, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс», - тиҙәр уның тураһында элекке уҡыусылары.
- Башланғыс кластар уҡытыусыһы булыу бик яуаплы, әммә миңә һөнәрем, балалар менән эшләү, уларҙың уңыштарын күреү бик оҡшай. Балаларҙың үҫеүен, дәрестә белем алыуын күҙәтеү һәм бында һинең дә өлөшөң булыуын белеү һөйөнөслө. Әлбиттә, төрлө балалар бар, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы менән уртаҡ тел табып, көслө яҡтарын күрергә, ярҙам итергә, ҡыҙыҡһындырырға, уларҙың тормошонда дәрестәрҙең мөһимлеген күрһәтергә мөмкин, - тип уртаҡлашты ул беҙҙең менән.
Уның үҙ өҫтөндә даими эшләүе, яңы технологиялар, программалар үҙләштереүе, хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашыуы бер ваҡытта ла туҡтамай. Шуға күрә Светлана Ғаяз ҡыҙы үҙен белемле педагог булараҡ күрһәтте, уҡыусылары һәм ата-әсәләренең ихтирамын яулап, уларҙың күптәре өсөн ғүмерлек дуҫҡа әүерелде. Аҡыллы кәңәштәре, итәғәтле мөнәсәбәте менән дә хеҙмәттәштәренең абруйын ҡаҙана. Әҙәп һәм әхлаҡ, намыҫлылыҡ һәм ихтирамлылыҡ кеүек кешелектең күркәм сифаттарына эйә ул. Уның эшһөйәрлегенә, һөнәрен мөкиббән яратыуына, тынғыһыҙлығына һоҡланып туйғыһыҙ.
Светлана Ғаяз ҡыҙы тормош иптәше Әғләм Рамаҙан улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтереп, уларға тормошта үҙ юлдарын табырға ярҙам итә. Өлкән ҡыҙҙары Алина Башҡорт дәүләт педагогия университеты дипломын ала. Айһылыу ҡыҙҙары Өфө дәүләт нефть техник университетында химик-технологҡа уҡып, бөгөн белгеслеге буйынса эшләй. Улдары Азамат мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, әлеге көндә Башҡорт дәүләт университетында белем ала.
Күптән түгел Светлана Ғаяз ҡыҙы 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләне. Уны ошо матур байрамы һәм Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, именлек, барлыҡ изге эшендә илһам һәм уңыштар теләйбеҙ! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Күңел күгегеҙ аяҙ, эшләгән эштәрегеҙ уңышлы, бәхетегеҙ тулы булһын!