Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:12

Һанлы сигналды көйләргә өлгөр!

Һанлы эфир тапшырыуҙарына күсеүгә бик аҙ ваҡыт ҡалып бара. Тотош республикалағы кеүек, Стәрлебаш районында аналог телевидениеһы 14 октябрҙән туҡтатыласаҡ.

Республика халҡы өсөн һанлы тапшырыуҙарға күсеү яңылыҡ түгел – урындарҙа ауыл советтары белгестәре, шулай уҡ волонтерҙар әүҙем аңлатыу эше алып бара. Республикала был эшкә 3000 тиерлек волонтер йәлеп ителгән, улар махсус уҡыуҙар үтеп, хәрәкәтләнеү мөмкинлеге булмаған, өлкән йәштәге кешеләргә кәрәкле йыһаздарҙы көйләүҙә түләүһеҙ ярҙам күрһәтә. Бының өсөн ҡыҙыу линия төбәк телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк: 8-800-347-00-55. «Һан» волонтерҙары ярҙам күрһәтеүҙәрен һорап ғариза яҙғандан һуң ғына һеҙҙең фатирға йәки өйгә киләсәк. Фатир йәки өй хужалары үҙҙәренә волонтер килеүен уларҙа булған кенәгә һәм «Цифровой волонтер» бейджигы ярҙамында белә ала.

- Күптәр телевидениены һанлы тапшырыуҙарҙа ҡараһа ла, аналог буйынса ҡараусылар ҙа бар әле, - ти райондың Йәштәр советы рәйесе, волонтер Гөлнара Баһауетдинова. – Һәм улар телетапшырыуҙар ҡарауҙан мәхрүм ҡалмаһын өсөн районда ҙур әҙерлек һәм аңлатыу эштәре алып барыла. Йорт һайын йөрөп сығыу ваҡытында беҙ халыҡҡа һанлы приставкаға тоташтырыу, уның ҡайҙан һатып алыу тураһында ентекләп һөйләйбеҙ, цифрлы тапшырыуҙарға күсеү өсөн телевидениены көйләүҙә ярҙамлашабыҙ, тулы мәғлүмәт менән буклеттар тапшырабыҙ.

Күптән түгел һанлы телевидение буйынса волонтерҙар «Һанлы тапшырыуҙарға күс» исеме аҫтында мәғлүмәт биреү сараһын үткәрҙе. Ошо уңайҙан ауыл урамдарына сыҡты. Был көндө Гөлнара Баһауетдинова һәм Әлфиә Таһирова үтеп барыусыларға аналог телевидениеһын туҡтатыуҙары, һанлы приставканы урынлаштырыуҙа ярҙам һорап ҡайҙа мөрәжәғәт итергә мөмкин булыуы тураһында аңлатты. Шулай уҡ улар «Ҡыҙыу линия» телефондарының номеры һәм һанлы телевидение каналдары исемлеге менән 300ҙән ашыу листовка таратты.

Бөгөнгө көнгә районда ирекле рәүештә эшләүселәрҙең акцияһы осоронда Стәрлебаш ауыл биләмәһендә 37 абонентҡа ярҙам күрһәтелде.
Читайте нас: