Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
4 Октябрь 2019, 14:09

Ағайым тураһында һүҙ

Өлкән ағайым Ғариф Лотфулла улы Зәйнуллин (һүрәттә) 1919 йылда тыуа. 1938 йылда һәйбәт билдәләр менән 1-се Стәрлебаш урта мәктәбен тамамлай. Әүҙем егетте комсомолдың район комитетына эшкә алалар. Бер йылдан армияға алына. Алыҫ Көнсығышта, Ханко күле янында - сик буйы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 1940 йылда Пенза артиллерия училищеһы курсанты була. Хаттарҙың береһендә ул атайыбыҙға: «Мөмкинселек табып, Зәкиҙе уҡытығыҙ, ул беҙҙең башлы бала» тип яҙа. Миңә шул саҡта ете йәш ине.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ағайыма лейтенант званиеһы бирәләр һәм уны иптәштәре менән бергә Ленинград флоты составына йүнәлтәләр. Был турала ул яҙған хатында һөйләй. Ун көндән ашыу килгән сираттағы яҙған хатында уларҙы һуңғы пункттан шунда уҡ алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәре тураһында хәбәр итә. Өс пушка бирәләр, уларҙы аттар йөрөтә. Ҡоралдар, үҙҙәре өсөн окоп ҡаҙыйҙар, ә аттарҙы урманда йәшерәләр. Ике тәүлек алышалар. «Беҙ пулеметтары булған йәйәүлеләр менән бергә өс танкты шартлаттыҡ, ә немецтар беҙҙең ике пушканы сафтан сығарҙы. Өс тәүлек мин һәм тағы ла һигеҙ ҡыҙылармеецтар артҡа сигендек. Үҙебеҙ менән ике ат алдыҡ, ҡлғандарын ебәрҙек. Урман аша үҙебеҙҙекеләргә барып етә алдыҡ. Ә немецтар Ленинградҡа юл тота».

Сентябрь аҙағында ҡыҫҡа хат килә. Ҡамауҙан пушканы һәм һигеҙ ҡыҙылармеецты сығарған, дошмандың өс танкын шартлатҡан өсөн мине Ҡыҙыл Йондоҙ орденына күрһәттеләр, тип яҙа.

Шул ваҡыттан бирле унын башҡа хаттар килмәне.

1985 йыл. Мәскәү телевидениеһы тапшырыуын ҡарап ултырам. Элекке разведчик, подполковник, Советтар Союзы Геройы Олег Михайлов һуғыш осоро тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлаша. Улар бер ваҡыт бик мөһим заданиеға икәүләп барыуҙары тураһында һөйләне. Немецтар Эстония территорияһында алыҫҡа атыусы йәшерен туп ҡуйыуҙары тураһында әйтә. Уның ҡайһы ерҙә булыуын белергә кәрәк була. Михайлов уның дуҫының исеме Григорий булыуын, Алыҫ Көнсығышта Ханко күле янында хеҙмәт итеүен, артабан Пенза артиллерия училищеһында белем алыуын әйтә. Мин шунда уҡ һүҙ ағайым тураһында барғанын аңланым. Заданиены улар үтәй, тип хәбәр итә Михайлов. Ҙур ауырлыҡ менән үҙҙәренеке янына ҡайталар. Ә алыҫ авиация осоусылары ҡоралдар ятҡан урынды бомбаға тоталар.

Артабан уларҙы махсус разведкаға етәкселек иткән генерал ҡабул итеүҙәрен, уларҙың икеһен дә Ҡыҙыл Йондоҙ орденына күрһәтеүҙәрен хәбәр итә.

Мин Олег Михайловты эҙләп ҡараным. Бер нимә лә килеп сыҡманы.

Ә Гариф ағайым 1941 йылдың декабрендә хәбәрһеҙ юғалды.

4 октябрҙә уға 100 йәш тулған булып ине. Уның тураһында изге иҫтәлек йәшәй.

Зәки ЗӘЙНУЛЛИН,

отставкалағы подполковник,

техник фәндәр докторы.
Читайте нас: