Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:41

Йортонда... 13,5 тонна алтын табылған

Ҡайһы бер чиновниктарҙың сикһеҙ байыуына аптырарһың. Ундай мөлкәтте нимә эшләтергә уйлағандыр...


Ҡытайҙа полиция хеҙмәткәрҙәре Ганьчжоу ҡалаһының элекке мэры Чжан ЦИ йортонда 13,5 тонна алтын тапҡан.


Бынан тыш, башлыҡтың миллион доллар менән иҫәпләнгән ҡағыҙ аҡсалары табылған. Уның меңдәрсә метр күсемһеҙ милке, бихисап фатирҙары ла булған. Алтынды, ҡағыҙ аҡсаларҙы, ҡиммәтле картиналарҙы, боронғо антиквариат әйберҙәрҙе йорттан бер нисә хәрби йөк машиналары менән алып сыҡҡан.


Ҡыҙыҡ: был байлыҡ кемгә эләгер икән? Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: