Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:42

Йәнәһе, үҙе өсөн генә...

Бәләбәй кешеһе ете марихуана ҡыуағын йәшереү өсөн урын тапҡан: ҡаланың Туҡай урамындағы дөйөм бәҙрәфтең ҡыйығында һаҡлаған.

Полиция хеҙмәткәрҙәренә иһә үҫемлектәрҙе күршеһенең баҡсаһында йыйып алыуын, тик үҙе ҡулланыу өсөн генә киптереүен белдергән. Әммә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ир марихуананы һатҡан.


Йөк ташыусы булып эшләгән ир буш ваҡыттарында шулай аҡса һуҡҡан. Ғәйепләнеүсенең йортон тикшергәндә, полиция хеҙмәткәрҙәре пакеттарға тултырылған марихуана менән төргәктәр тапҡан.


Тикшереү барған мәлдә ир йортон ташлап бер ҡайҙа ла китмәҫкә тейеш. Уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: