Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:50

Светлананы туй күлдәгендә күмәсәктәр...

24 йәшлек ҡыҙҙың ғүмерен өҙгән автомобиль аварияһы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Кисә Салауат ҡалаһында "ВАЗ 2112" менән "Шевроле Ланос" автомобилдәре бәрелешә.


Уның һөҙөмтәһендә ҡыҙ дауаханаға барып етмәй һәләк була, ике водитель дә ауыр йәрәхәттәр алған. Хәҙер ҡыҙҙың кем икәнлеге билдәле булды.


24 йәшлек Светлана яңы йәшәй башлаған. Һылыу ҡыҙ матурлыҡ салонында эшләгән һәм балалар баҡсаһында музыка дәрестәре биргән. Бик ҡыҙғаныс, ҡыҙ кейәүгә лә сығып өлгөрмәгән, үҙ бәпесен һөйөү бәхетенән дә мәхрүм ҡалды ул...


Был осраҡта ҡыҙҙың әсәһен бигерәк йәл. Ул ярты йыл эсендә атаһын һәм ирен ерләгән. Хәҙер бына яратҡан ҡыҙы ла осраҡлы үлем менән ер ҡуйынына инеп ята. Ҡыҙы тураһындағы ҡот осҡос хәбәрҙе әйткән саҡта, ҡатын эштә була. Ул яңылыҡты шул тиклем ауыр кисерә, уға хатта "Ашығыс ярҙам" саҡырталар. Светлананың мәктәп йәшендәге ике ҡустыһы ҡалған.


Ҡыҙы кейәүгә сыҡмағас, әсәй кеше уны туй күлдәгендә күмергә ҡарар иткән. Ҡатын бөгөн илай-илай туй салонына барған, тиҙәр.


Эй Хоҙайым, бала ҡайғыһын күрһәтмә инде әсәләргә...Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: