Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:52

Миллиардер туған мәктәбенә 30 миллион һум бирергә әҙер

Миллиардер һәм филантроп Игорь Рыбаков беҙҙең Магнитогорск ҡалаһындағы математика фәне тәрән өйрәнелгән 56-сы мәктәпте тәмамлаған.

Күптән түгел ул үҙе белем алған уҡыу йортона 30 миллион һумлыҡ сертификат тапшырған, был аҡса мәғариф учреждениеһының эндаумент-фондына барасаҡ. Тик ярҙам бер шарт менән: әгәр мәктәп үҙ фондына башҡа сығарылыш класс уҡыусыларынан ошондай уҡ дөйөм сумма йыя алһа.


Миллиардер белдереүенсә, уны аҡса һанарға математика уҡытыусыһы Нина Ионова өйрәткән.


“Ҡотортоусы финанслау” принцибы буйынса аҡса бүлеп биреп, Рыбаков педагогтар, директор һәм сығарылыш класс уҡыусылары менән бергәләп мәктәпте үҫтереү менән шөғөлләнгән берләшмә ойоштормаҡсы. Әле уҡытыусыларға миллиардер аҡса йыйыу, бизнес, элемтә, элекке сығарылыш уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырыу, фандрайзинг үткәреү алымдарын өйрәтәсәк.


Билдәле булыуынса, хәҙер Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре лә Рыбаков Фонды “Мәктәбе” конкурсында ҡатнаша ала. Приздар яҡшы ғына, мәҫәлән, проектты үҫтереү һәм тормошҡа ашырыуға 20 мәктәп өсөн 500 000 һум, һөнәри йәки шәхси пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 50 уҡытыусыға 50 000 һум аҡса ҡаралған.


Бына ҡайһылай ярата икән туған мәктәбен элекке уҡыусыһы, миллиондарын хатта йәлләмәй. Ә уҡыусыларға, уҡытыусыларға ни бары тырышып уҡырға, эшләргә генә ҡала.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: