Магнит дауылы ваҡытында сәй һәм кофе эсмәҫкә тырышығыҙ. Шулай уҡ бындай һауа шарттарында күберәк ял итергә, гөлйемеш, ромашка төнәтмәләренә өҫтөнлөк бирергә, физкультура менән шөғөлләнергә кәрәк икән.
Йоҡлар алдынан кислородтың етерлек булыуын ҡайғыртығыҙ, ти табип. Гипертония ауырыуҙарынан интеккәндәргә ҡан баҫымын йышыраҡ күҙәтеү һәм дарыуҙар ҡулланыу зарур.
Һаулығыбыҙҙы ҡайғыртайыҡ, сәләмәт булайыҡ!Башҡортостан гәзитенән.