Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:54

"Киләсәктә тегелгәндәре бөтөнләй "телһеҙ" ҡалдырыр әле"

Яратҡан йырсыбыҙҙың кейемдәрен өнәп бөтмәгәндәр ҙә юҡ түгел. "Анау ялбыр-йолбор әйбер урынына матур костюм кейһә ни булған" тип әйтеүселәр ҙә бар. Был хаҡта йырсы үҙе нимә ти һуң?

"Минеңсә, сәхнә кейеме ул – үҙе бер мәҙәниәт, – ти сәхнә йондоҙо. – Урамға ла, дискотекаға ла, ҡунаҡҡа ла, ҙур сәхнәләге концертҡа ла бер кейемде кейеп булмай. Сәхнә кейемен яңыртып тороу мөһим. Биш йыл буйына бер күлдәк кейеп йөрөгән йырсылар бар. Был ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Кейемде үҙең түгел, ә стилистар, дизайнерҙар менән берлектә уйлап сығарырға тейешһең. Һиңә матур булып тойолған кейемдең сәхнәлә бөтөнләй "юғалыуы" ла бар. Эйе, килешәм, ҡайһы бер костюмдарым бигерәк сәйер. Дизайнерҙар тәҡдим иткәс, быны нисек кейермен тип, үҙем дә аптырап ҡуям. Әле киләсәктә тегелгәндәре бөтөнләй "телһеҙ" ҡалдырыр әле.


Мәҫәлән, кемдер мин кейгән плащтарҙы аңлап бөтөрмәй. Һүҙ ҙә юҡ, классик кейем матур, әммә бөтә кешелә сәхнәлә костюм кейеп, галстук тағып сыҡһа, ҡыҙығы ҡаламы һуң?”Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: