Йорттарҙы торлаҡ эҙләү сайты аша таба. Әлбиттә, уларҙы эҙләгәндә өҫтөнлөк көнкүреш техникаһы, электроникаһы булғандарына бирелә. Ышандырыр өсөн ҡуртымсыларға үҙенән аманат һәм паспорт күрһәткестәрен ҡалдырырға ла ҡурҡмай.
Фатирға инеп йәшәй башлағас, сайт аша белдереүҙәр биреп, һатырлыҡ әйберҙәрҙе осора башлай йылғыр ҡатын.
Шундай юл менән яҡташтарының ике фатирын талап та өлгөргән. Торлаҡ хужаларына килтерелгән зыян 50 мең һумға тиң тип баһаланған. Был ҡырын эштең осо тиҙ үк килеп сыға ‒ сираттағы әйберҙе һатҡанда хоҡуҡ һаҡсыларына эләгә.
Урланғандың бер өлөшөн полицейскийҙар тартып алған. Уғрының был "эшмәкәрлеге" буйынса енәйәт эше асылды, тип белдерҙеләр Башҡортостан Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.Башҡортостан гәзитенән.