Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:45

“Әбейҙе әҙәм ҡиәфәтенә индерҙеләр”

Максимовкала йәшәгән Тоня әбейҙе нисек бөтә ҡала халҡы менән аслыҡтан ҡотҡарыуҙары тураһында шау-шыу баҫылыуға йәнә икенсе ваҡиға хаҡында хәбәрҙар булдыҡ.

76 йәшлек Валентина Докалова япа-яңғыҙы Өфө ситендәге бер бүлмәле фатирҙа эт көнөндә йәшәй. Уның хаҡындағы сюжетты күреп, ирекмән Алина Насирова әбей эргәһенә ярҙамға ашыға.


“Төнө буйы уның тураһында уйланып сыҡтым, тиҙерәк барып күрге, өйөн йыйыштырғы, туйҙырғансы ашатҡы, өҫ-башын тәртипкә килтерге килде”, – ти Алина.

Хәл көткәндән дә хәтәрерәк булып сыға. Фатир ишеге шар асыҡ. Әбей эске күлдәктә генә иҙәндә шыуышып йөрөй. Тәненән беттәр йүгерешә... Бүлмәлә тын алырлыҡ түгел. Ҡыҙ күстәнәстәрен тотҡан килеш ҡатып ҡала.


Иҫенә килгәс, ең һыҙғанып фатирҙы йыуырға, таҙартырға тотона. Тик ашарға әҙерләй алмай, сөнки өйҙә газ да, ут та юҡ. Баҡһаң, әбей бер нисә йыл инде бер үҙе йәшәй, күршеләре ашатҡанға ғына тере. Тап улар социаль хеҙмәттең ҡыл да ҡыбырҙатмауына аптырап, матбуғат хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән дә инде.

Күршеләренең әйтеүенсә, уның балалары юҡ, ә һеңлеһенә лә, туғандарына ла әбей кәрәкмәй, бары тиҙерәк үлгәнен көтәләр.


Алина башҡа битараф булмаған кешеләр менән бергә Валентина әбейҙе 12-се дауаханаға урынлаштыра. Уны йыуындыралар, сәстәрен ҡырҡып, тәртипкә килтерәләр.


“Шундай яҡшы шәфҡәт туташтары бында, – тип шатлана Алина. – Нисек тә булһа, әбейҙе ҡарттар йортона урынлаштырыу хәстәрен күрергә кәрәк. Ул күңел йылыһына, хәстәрлеккә мохтаж. Кешелекле булғандары өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт!”


Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа кеше ҡайғыһына битараф булмағандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерәбеҙ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: