Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
3 Октябрь 2019, 12:56

Артыҡ тән ауырлығынан йонсойһоңмо?

Ошо эсемлекте тәҡдим итәбеҙ. Ул артыҡ килограмдарҙан арындырып ҡына ҡалмаҫ, авитаминоздан ярҙам итер, иммунитетығыҙҙы яҡшыртыр.

Термосҡа 1,5 литр ҡайнар һыу ҡойоп, ике аш ҡалағы эре итеп туралған имбирь тамыры, бер балғалаҡ йәшел сәй, ике аш ҡалағы лимон һуты, бер ҡалаҡ бал өҫтәргә. Бөтнөк япрағы ла ҡушырға мөмкин. Ярты сәғәт төнәткәндән һуң эсә башларға ярай.

Әлеге литр ярым төнәтмәне көн дауамында эсергә тәҡдим ителә. Тик ятыр алдынан түгел, сөнки йоҡо осоуы мөмкин.


Сәләмәт булайыҡ! Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: