Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 11:27

Һыуға батҡандарҙы нимә берләштерә?

Бөгөн республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров бөтәбеҙ өсөн дә фәһемле һандар килтерҙе. Быйыл һыу ятҡылыҡтарында теркәлгән фажиғәләр араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар?

Һыу инеү миҙгеле тамамланды, әммә уның шаңҡыуы оҙаҡ йылдарға етерлек. Эшкә һәләтле йәштәге ир-аттың (84,3 процент) йәйҙең йәмле көнөндә көтмәгәндә һәләк булыуы бер кемде лә битараф ҡалдыра алмай. 48,4 проценты 18-ҙән 40 йәшкә тиклемге ир-атҡа тура килә. 70,9 процентын ауылда йәшәүселәр тәшкил итә.


Һыуҙа һәләк булғандарҙың портретын ҡыҫҡаса шулай һүрәтләргә булыр ине: “хеҙмәткә һәләтле йәштәге, ауыл ерендә йәшәүсе, 61,3 проценты иҫерек, 100 проценты һыу инеү өсөн тәғәйенләнмәгән ерҙә бәләгә тарыусылар”.


Былтыр һыу ятҡылыҡтарында 59 кеше Һәләк булды. Быйыл бәхетһеҙлек осраҡтары 11 процентҡа кәмеһә лә, әлегә шатланырлыҡ сәбәп юҡ.Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: