Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
2 Октябрь 2019, 11:23

"Тор, минең урында нимә ҡарап ятаһың?!"

Вәсилә бөгөн беренсе көн дауаханала. Төндә уянып китте лә, был ваҡытта кем йөрөр тиһең тип, халат та кейеп тормай, бәҙрәфкә йүнәлде. Палатала ҡараңғы. Асыҡ ишектән саҡ ҡына, бер телем булып яҡтылыҡ төшә. Кире палатаға килеп инһә, уның карауатында бер ир йоҡлап ята.

– Оҙаҡ та йөрөгән кеүек булмағайным, ҡайһы арала килеп ятып, йоҡлап та китте икән? Кеше йөрөгәне лә тойолмағайны, – тип иҫе китте. Карауатының бер яғынан икенсеһенә ҡараны, аптыраны. Карауатта ятҡан ирҙе уятырға ла ҡурҡты:


– Йә аҡылға еңелерәк кеше булыр. Ә, бәлки, урамдан берәй берәҙәк кереп ятҡандыр, – тигән ҡурҡыныс уйҙар үтте уның башынан. Йоҡо күлдәгенән генә, өшөй ҙә башланы.


– Төнө буйы былай тороп булмай бит инде. Уятып сығарып ебәрергә кәрәк был кешене, – тип, аяғынан аҡрын ғына һелкетеп ҡараны. Ә ул уянырға ла уйламаны, икенсе яғына боролоп ятты. Вәсилә тамам аптыраны, асыуы килде.


– Ни эшләп үҙемдең карауатымда ятҡан кешенән ҡурҡып торам әле? – тип, бөтә батырлығын йыйып, теге кешене һелкетергә тотондо. Ныҡ ҡына һелкеткәс теге кеше уянды ла:


– Һиңә нәмә кәрәк? – тип ҡырыҫ ҡына һораны.


– Бына һиңә кәрәк булһа! Үҙемдең урыныма үҙем ята алмайым! Етмәһә, екерә, – тип уйланы ла киҫкен тауыш менән:


– Тороғоҙ! Төшөгөҙ карауаттан! – тип бойорҙо. Ә кеше ҡуҙғалырға ла уйламаны. Вәсиләнең тамам асыуы ҡабарҙы. Ул, күрһәтәйем әле күрмәгәнеңде, хәҙер барыһын да аяҡҡа баҫтырам, тип уйлап:


– Ҡарауыл! – тип ҡысҡырып, утты яҡтыртып ебәрҙе.


Бәй, бөтә карауаттарға ла ирҙәр кереп теҙелешеп ятҡан, ә ҡатындар ҡайҙа икән? “Әллә төш күрәмме?” – тип үҙен семетеп алды Вәсилә.


“Юҡ, төш түгел! Барып шәфҡәт туташын уятырға кәрәк!” – тип тиҙерәк палатанан сығып китте. Сыҡһа, эргәләге палатаның ишеге ярым асыҡ.


Бәй! Бына бит уның палатаһы. Вәсилә йүгереп барып керҙе. Уның урыны буп-буш, бер кем дә юҡ. Ул, күреп ҡалмаһындар тип, тиҙерәк үҙенең урынына барып ятты. Эй, ҡайһылай оятҡа ҡалды... Башҡортостан гәзитенән.
Читайте нас: